Аҡылды үҫтереү һәм хәтерҙе нығытыу өсөн бер нисә күнегеү бар. Уларҙы даими башҡарыу бар кешегә лә файҙаға ғына буласаҡ.
- Хәтерҙе нығытыу буйынса беренсе кәңәш - йоҡлар алдынан көн дауамында булған хәл-ваҡиғаны иҫкә төшөрөү. Йәкшәмбе бер көндөкөн генә түгел, аҙна буйы булғанды, ай аҙағында - бер айҙыҡын, йыл аҙағында бер йылда булған ваҡиғаларҙы барлау яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Уларҙы яңынан хис-тойғо кисермәй генә, ситтән күҙәтеүсе кеүек күңелдән иҫкә төшөрөргә кәңәш итә белгестәр.
- Көн дә шахмат уйнау хәтерҙе нығытырға ныҡ ярҙам итә (бигерәк тә күҙҙе йомған килеш, яттан уйнау яҡшы һөҙөмтәле).
- Шиғыр, доға ятлау, онотмаҫ өсөн уларҙы ҡабатлап тороу ҙа был йәһәттән бик мөһим шөғөл һанала.
- Тағы ла ошондай күнекмә файҙалы: таныш булмаған урында (бүтән урамдамы, фатирҙамы һ.б.) бер нисә секунд нимә барлығын ҡарап алырға ла, артҡа әйләнеп баҫып, эргәңдәге кешегә уларҙы, төҫөн, урынлашыуын да күрһәтеп, һанарға.
- Бер, ике, өс йыл элек нәҡ ошо көндә нимә эшләүегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп ҡарағыҙ. Тәүге осорҙа күҙ алдынан өҙөк-йыртыҡ ваҡиғалар ғына үтер, ә көн дә шулай ҡабатлағанда, хәтер күнегә, яйлап ҡына үткәндәр үҙ тәртибендә иҫкә төшә башлай. Ошондай юл менән мәктәптә алған белемде лә хәтерҙә тергеҙергә мөмкин.
Фото: яһалма интеллект ярҙамында яһалды.