Нисә йәштә бала табырға?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы, ҡатындың бала табыу ваҡыты – 15-тән 49 йәшкә тиклем. Әммә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Нисә йәштә бала табырға?Нисә йәштә бала табырға?
Нисә йәштә бала табырға?

Оптималь репродуктив йәштә бала табыуҙы планлаштырыу, дауаланыу һәм ҡатын менән ирҙең ғүмерҙәренең иң матур миҙгеленә әҙерләү йөклөлөк ваҡытында төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙе кәметергә булышлыҡ итә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы, ҡатындың бала табыу ваҡыты – 15-тән 49 йәшкә тиклем. Әммә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  акушерлыҡта һәм гинекологияла  клиник-эксперт эше буйынса баш штаттан тыш белгесе Марина Мельникованың һүҙҙәренә ҡарағанда, 1-ҙән 35 йәшкә тиклем – бала табыу өсөн иң ҡулайлы осор.  

 – 18 йәшкә тиклем йәш ҡыҙҙың организмы формалашыуын дауам итә һәм йөклөлөк ваҡытындағы өҫтәмә ауырлыҡтарҙы тулыһынса күтәрә алмай. Был төркөмдә ваҡытынан алда бала табыу йәки төрлө тайпылыштарҙың булыу хәүефе ҙур. Өҫтәүенә ҡыҙҙар, мәктәпте йәки урта уҡыу йортон тамамлау менән бәйле, үҙаллы тормош юлын башлағанда психик көсөргәнешкә дусар булыусан. Был йөклөлөк ваҡытында организмға кире йоғонто яһай”, - тип белдергән табип “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.

Табиптың билдәләүенсә, 35 йәштән һуң хәүеф артҡандан-арта. Был йәштән һуң преэклампсияның теркәлеүе, яралғының үҫешендә тотҡарланыуы, тайпылыштар булыуы ихтимал.

- Ошо йәшкә тиклем йоғошло булмаған сирҙәр, мәҫәлән, һимереү, шәкәр диабеты, артериаль гипертензияның ауырға ҡалыуға һәм йөклөлөккә кире йоғонто яһауы ихтимал, - тип белдерҙе белгес.

Башҡортостанда ҡатындар араһында түлһеҙлеккә килгәндә, ирҙәр менән бәйле факторҙар – бер-береһенә тап килмәүсәнлек, инфекциялар йәки генетика – өҫтөнлөк итә. Икенсе урында – эндометриоз, хроник эндометрит, өсөнсөлә – овуляцияның юҡлығы һәм башҡалар.

Табиптар йөклөлөк ваҡытында ғына түгел, бала табыуҙы планлаштырыуға ла етди ҡарауҙы һорайҙар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас