Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
31 Март , 18:15

Дүрт яңы поликлиника асылды

Һуңғы биш йылда абсолют рекорд - 137 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, амбулаториялар һәм дөйөм практика табиптары офистары сафҡа индерелгән.

Дүрт яңы поликлиника асылды
Дүрт яңы поликлиника асылды

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 31-се ултырышында республика Премьер-министры Андрей Назаров, Хөкүмәттең 2025 йылдағы эше тураһында отчет менән сығыш яһап, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә былтыр 125 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, тип хәбәр итте. Уның белдереүенсә, шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был 2024 йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк.

– Дүрт яңы поликлиника – Асҡын, Благовещен, Учалы һәм Яңауыл райондарында асылды, быйыл мартта Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында сафҡа индерелде. Өфөнөң һигеҙ төп объекты ремонтланды, – тине Хөкүмәт Премьер-министры.

Бынан тыш, былтыр 99 санитар автомобиль һәм 11 мең берәмек заманса медицина ҡорамалдары һатып алынған. Һуңғы биш йылда абсолют рекорд - 137 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, амбулаториялар һәм дөйөм практика табиптары офистары сафҡа индерелгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыуы 2025 йылда ҙур һәм мөһим ваҡиға булды.

Бөгөн бында элек халыҡҡа асыҡ булмаған дауалау ысулдары индерелгән. Бер йылда 18 меңдән ашыу операция һәм тикшеренеү үткәрелә, шуларҙың 1,5 меңдән ашыуы — йөрәккә операция.

Андрей Назаров үҙенең сығышында билдәләүенсә, төбәктә балалар һәм әсәләр һаулығын һаҡлау системаһы эҙмә-эҙлекле камиллаштырыла.

Перинаталь үҙәктәр базаһы нығытылған, ауылдарҙа 15 ҡатын-ҡыҙ консультацияһы асылған. Улар араһында –Ҡариҙелдә, Малаяҙҙа, Иҫке Балтас һәм Аҡъярҙа дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын файҙаланыуға тапшырғандар. Әйткәндәй, Башҡортостандың тәжрибәһе РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан юғары баһаланды һәм башҡа төбәктәрҙә лә таратыу өсөн тәҡдим ителде.

– Төп һөҙөмтә — беҙ сабыйҙар үлеменең тарихи минимумына – 3,2 промиллегә еттек. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк һәм донъяның алдынғы илдәре кимәле менән сағыштырырлыҡ, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.

Азат Мөхәмәтйәнов фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас