Сәләмәт булайыҡ
1 Апрель , 10:00

Сөгөлдөр һуты ангинаны ике көндә бөтөрә

Сөгөлдөрҙөң файҙаһы хаҡында билдәле халыҡ табибы Рим Әхмәтов та китаптарында байтаҡ рецепттар яҙып ҡалдырған. Әгәр һут эшләүҙе мәшәҡәт тип һанаһағыҙ, сей сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәреп, салат итеп ашағыҙ. Уға алма, ҡара емеш, күрәгә кеүек емештәрҙе ҡушһағыҙ, татлыраҡ та, тәмлерәк тә булыр. Ә инде ангина осрағында мотлаҡ һуты ярҙам итә. Рецебы - яҙмала. 

Сөгөлдөр һуты ангинаны ике көндә бөтөрәСөгөлдөр һуты ангинаны ике көндә бөтөрә
Сөгөлдөр һуты ангинаны ике көндә бөтөрә

Иң ябай, талымһыҙ йәшелсәләрҙең береһе ул - сөгөлдөр. Ә үҙе витаминдарға, файҙалы матдәләргә шул тиклем бай! Ҡыҙыл сөгөлдөр аҙ ҡанлылыҡты иҫкәртә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, эс ҡатыуҙан аралай.

Халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар сөгөлдөрҙөң ангинаны, башҡа төрлө тамаҡ шешеүгә бәйле осраҡтарҙы һөҙөмтәле дауалауын яҡшы белә. Мәҫәлән, ангина осрағында ошо рецепт ныҡ тәьҫирле: бер стакан ҡыҙыл сөгөлдөр һутына бер аш ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе һалып болғатып, көнөнә 5-6 тапҡыр тамағығыҙҙы сайҡатығыҙ. Әгәр һут һыҡҡысығыҙ булмаһа, сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, марля аша һығығыҙ.

Һутты эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә, (был осраҡта аш һеркәһе һалмаҫҡа). Һут эшләү мәшәҡәт тиһәгеҙ, сей сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, салат итеп ашағыҙ. Тәм өсөн күңелегеҙгә ятҡан еләк-емеш - алма, ҡара емеш, күрәгә, сәтләүек өҫтәргә мөмкин. Бындай салатты даими рәүештә ашау тамаҡ шешеүҙе иҫкәртә, иммунитетты нығыта.

Сөгөлдөрҙөң файҙаһы хаҡында билдәле халыҡ табибы Рим Әхмәтов та китаптарында байтаҡ рецепттар яҙып ҡалдырған. Әгәр һут эшләүҙе мәшәҡәт тип һанаһағыҙ, сей сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәреп, салат итеп ашағыҙ. Уға алма, ҡара емеш, күрәгә кеүек емештәрҙе ҡушһағыҙ, татлыраҡ та, тәмлерәк тә булыр. 

Фото: Розалия Хисаева. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас