Ҡулланып ҡарағыҙ, бәлки, ярҙам итер
Ҡайһы бер аҙыҡ тынысландырыу көсөнә эйә. Киске ашҡа, ятырҙан бер сәғәт алдан шундай тәғәмдең берәйһен ашап ҡарағыҙ.
Бәләкәйҙән беҙгә ятыр алдынан һөттө бушҡа эсермәгәндәрҙер. Белгестәр әйтеүенсә, йылы һөттә файҙалы аминокислоталар – триптофан һәм кальций бар. Нәҡ шулар тынысландырыу һәләтенә эйә лә инде.
Һоло бутҡаһы туҡлыҡ тойғоһо бирә, йылындыра, үҙендә күп күҙәнәклек һәм йоҡо гормоны – мелатонин тупланған.
Банандағы серотонин тиҙерәк йоҡлап китергә ярҙам итә икән. Тик күп ашау ҙа ярамай, сөнки файҙалы булыу менән бергә унда калория күп.
Баллы ромашка төнәтмәһе тынысландыра.
Бер нисә бөртөк миндаль сәтләүеге ашағанда организм триптофан һәм магний менән туҡлана – был тиҙерәк йоҡлап китеүгә ярҙам итә.
Эре тарттырылған ондан бешерелгән икмәк организмға инсулин эшләп сығарырға ярҙам итә, ул триптофанды серотонинға әүерелдерә.
Невроз һәм йөрәк сирҙәренән табиптар энәлек емешен ашарға йәки төнәтмәһен эсергә тәҡдим итә. Ул йоҡоһоҙлоҡтан, көндөҙгө стрестан арындырырға ла ярҙам итә.
Ҡомалаҡты сәй итеп эсеү ҙә тиҙерәк йоҡлап китеүгә сәбәпсе була ала.
Ҡабаҡ һуты һимереүҙән, гипертониянан, шешенеүҙән файҙалы, шулай уҡ тәрән йоҡлап китеүгә лә ярҙам итә.
Һәр дауаланыу сараһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!
Г. Мозафарова фотоһы.