

Был йәмһеҙ, зарарлы нәмәне нисек кенә атамайҙар: таусыҡ, көмрө, тол ҡатын көмрөһө... Ул арҡаның өҫкө өлөшөндә һәм муйындың аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан май ултырмаларынан ғибәрәт. Был күренеш йышыраҡ 40 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙа осрай һәм гормональ фондың үҙгәреүенә бәйле. Әммә ул ир-егеттәрҙә лә барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Төп сәбәптәре: гормональ үҙгәрештәр, дөрөҫ туҡланмау, хәрәкәттең һәм физик әүҙемлектең етешмәүе, оҙаҡ ултырып эшләнгән эш, көсөргәнеш һәм йоҡо режимының боҙолоуы.
Бөгөн медицинала был күренешкә ҡаршы бихисап алымдар ҡулланыла, төрлө операциялар яһала. Әммә операция өҫтәленә ятырға ашыҡмағыҙ, тәүҙә массаж, физик күнегеүҙәр, халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланып ҡарарға кәрәк.
Сей картуфты ҡырғыс аша үткәреп, бал менән бутап, көмрө өҫтөнә һыларға. Полиэтилен менән ҡаплап, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк йылы һыу менән йыуырға. Картуф шешеүгә ҡаршы тәьҫир итә, ә бал ҡан әйләнешен яҡшырта.
Яңы өҙөлгән алоэның һутын бал менән бер тигеҙ дәүмәлдә ҡушырға. Ошо ҡатнашманы көн һайын йоҡлар алдынан һөртөргә кәрәк.
Дарыухананан виноград һөйәктәре йәки миндаль майы һатып алығыҙ. Ошо майҙы муйынға түңәрәк хәрәкәттәр менән массаж яһап һөртөгөҙ. Был сара ҡан әйләнешен көйләй һәм елкәгә “ултырған” май ҡатламын кәметеүгә булышлыҡ итә.
Даими рәүештә йога менән шөғөлләнеү муйын һәм арҡа мускулдарын нығытырға, һын-торошто яҡшыртырға ярҙам итә. Башты алға-артҡа һәм уңға-һулға бороу кеүек ябай күнекмәләр ҙә муйын торошон яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Майлы аҙыҡтан, тәм-томдан һәм ҡамыр ризыҡтарынан баш тартыу организмда май тупланыу хәүефен кәметә.
Шуны онотмағыҙ: даимилыҡ һәм системалылыҡ – уңыштың нигеҙе. Эшегеҙ ултырып эшләүгә ҡоролған икән, үҙегеҙгә ял бирергә, ябай ғына күнекмәләр яһарға тырышығыҙ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!