Сәләмәт булайыҡ
4 Апрель , 01:30

Яҙ бигерәк файҙалы булыр

Гөлгөнә Байегетованан тәмле һәм файҙалы салат. Ҡунаҡтарға тиҙ әҙерләнә торған салат рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Яҙ бигерәк файҙалы булырЯҙ бигерәк файҙалы булыр
Яҙ бигерәк файҙалы булыр

"Бының өсөн бер уртаса ҙурлыҡта бешкән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан ҡырырға;
Бер уртаса ҙурлыҡта тоҙло ҡыярҙы оҙонсалап вағыраҡ итеп турарға;
Бер уртаса ҙурлыҡта алманы (йәшел алма алдым) ҡырғыс аша ҡырырға;
Бер устай ғына ҡара емеште(чернослив) ҡайнар һыуҙа йыуып алып оҙонсалап турарға;
Майонез самалап һалырға;
Һарымһаҡ ике бүлкәт йәки самалап ҡына ҡоро һарымһаҡты ҡулланырға мөмкин (мин ҡоро һарымһаҡты саҡ ҡына ҡуштым).
Бөтәһен дә бутап тәрилкәгә һалғас өҫтөнә ваҡланған грек сәтләүеге һалып сыҡтым, ҡара емештәр менән биҙәнем.

Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ, бик тәмле килеп сыға", - тип уртаҡлашҡан "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Гөлгөнә Байегетова.

Сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетова

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас