Сәләмәт булайыҡ
6 Апреля , 08:30

Сәләмәтлек аҡыллы мөнәсәбәт талап итә

һаулыҡ төшөнсәһе бик  киң ул. Сәләмәт булыу тормош өсөн энергия, стресҡа тотороҡлоҡ, фекер асыҡлығы, шатланыуға, эшкә һәләтлелек бирә, яҡындарың менән бергә булыу кинәнес, ҡәнәғәтлек өҫтәй.

Сәләмәтлек аҡыллы мөнәсәбәт талап итәСәләмәтлек аҡыллы мөнәсәбәт талап итә
Сәләмәтлек аҡыллы мөнәсәбәт талап итә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, етенсе апрелдә үтәсәк Бөтә донъя сәләмәтлек көнө айҡанлы, 6-12 апрелдә Сәләмәт йәшәү рәүешен йәйелдереү аҙнаһы иғлан итте.

Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Алиса Вилориковна Мамаева сәләмәт йәшәү рәүешен йәйелдереү буйынса үҙенең эш тәжрибәһе һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. 

– Сәләмәтлек һәр кемдән хәстәрлек һәм аҡыллы мөнәсәбәт талап иткән шәхси һәм дөйөм байлыҡ ул. Һаулыҡ тураһында һүҙ сығыу менән иң тәүҙә башҡа бер ниндәй ауырыу булмаҫҡа тейешлеге хаҡында уй килә. Тик һаулыҡ төшөнсәһе киңерәк. Ул тормош өсөн энергия, стресҡа тотороҡлоҡ, фекер асыҡлығы, шатланыуға, эшкә һәләтлелек бирә, яҡындарың менән бергә булыу кинәнес, ҡәнәғәтлек өҫтәй. Тормош сифаты ул – сәләмәтлек. Һау-сәләмәт кеше үҙен яҡшыраҡ тоя, әүҙемлеген оҙағыраҡ һаҡлай, медицина ярҙамына һирәгерәк мөрәжәғәт итә, йәмғиәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнаша. Шуға күрә һаулыҡ һаҡлау системаһы дауалауға ғына түгел, профилактика эштәренә лә ҙур иғтибар бирә.

 Бөгөн Башҡортостанда профилактика эше киң йәйелдерелгән. Диспансерлаштырыу һәм профилактика саралары, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, күсмә консультациялар үткәрелә. Хеҙмәт коллективтарында, йәштәр һәм өлкәндәр араһында әүҙем эш алып барыла.

Яңы проекттарҙың береһе – тән ауырлығын кәметеү буйынса “Еңелерәк бул!” программаһы. Ул республиканың үҙҙәрен сәләмәт күрергә, ябығырға теләгән кешеләрҙе берләштерә. Медицина ойошмалары, белгестәр уларға консультация үткәрә, рацион, физик күнекмәләр һайларға ярҙам итә. Программа бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте: унда ҡатнашыусылар ауырлыҡтарын кәметеүҙән тыш, кәйефтәрен яҡшыртты, аңлы рәүештә үҙҙәре хаҡында хәстәрлек күрергә һәм ғәҙәттәрен үҙгәртергә өйрәнде.

Беҙ айырыуса сәләмәтлектең корпоратив программаларына иғтибар бирәбеҙ. Улар хеҙмәт коллективтарында сәләмәт йәшәү рәүеше культураһын йәйелдерергә, тикшереүҙәр үткәрергә, үҙең тураһында хәстәрлек күрергә, етәкселәрҙе йәлеп итергә ярҙам итә. Бындай предприятиеларҙа ауырыу кимәле, эш ваҡытын юғалтыу кәмей.

Бәләкәй генә аҙымдарҙың да һөҙөмтәле булыуы ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр сәләмәт булыу өсөн бөтәһен дә тамырынан үҙгәртеү кәрәк тип иҫәпләй. Туҡланыуҙы, режимды, уйҙар барышын, спорт төрҙәрен кинәт үҙгәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ғәмәлдә иһә эште бәләкәй генә аҙымдарҙан башлау хәйерле. Тәү сиратта медицина тикшереүе үт. Көнөнә ун минут тирәһе саф һауала йөрө. Газлы эсемлектәрҙе һыуға алмаштыр. Кисте телефонға текәлеп үткәрмә. Ошо “ваҡ-төйәктәрҙән” яңы йәшәү рәүеше формалаша. Был һәр кемдең ҡулынан килерлек. Фанатизм талап ителмәй, бары үҙеңә хөрмәт менән ҡарарға кәрәк.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау йәмғиәте билдәләүенсә, йоғошло ауырыуҙар иҫәбенә инмәгән сирҙәрҙең 70 проценты ваҡытынан алда үлемгә килтергән осраҡтарҙың сәбәбе булып тора. Шуға күрә халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар бирелә. Ә уның нигеҙендә сәләмәт тормош алып барыу, йәшәү сифатын яҡшыртыу ята.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас