Сәләмәт булайыҡ
6 Апреля , 10:00

Әсеткене биткә һылаһаң...

Күпмелер ваҡыт үтеүгә маска тирегә һеңеп кибә, тире тартыла башлай. Шул саҡта... 

Әсеткене биткә һылаһаң...Әсеткене биткә һылаһаң...
Әсеткене биткә һылаһаң...

Әсетке кулинарияла ғына түгел, башҡа маҡсаттарҙа ла киң ҡулланыла. Ҡомалаҡтан эшләнгәне айырыуса файҙалы. Мәҫәлән, баҡсасылар уны ҡулланып төрлө ашламалар эшләргә ярата. Рус халҡында киң таралған "Растёт как на дрожжах" тигән әйтем юҡтан килеп сыҡмаған. 

Әсеткенең составында витаминдар, минералдар, аҡһым күп. Мәҫәлән, әсетке нигеҙендә эшләнгән маскалар тирене һәйбәт туҡландыра һәм дымландыра.

Һеҙҙең иғтибарға өй шарттарында эшләнгән ябай ғына битлек тәҡдим итәбеҙ. Бер балғалаҡ яңы әсеткегә бер аш ҡалағы йылымыс һөт, аҙ ғына шәкәр ҡушып, 30 минутҡа ҡалдырып торорға. Ошо массаны биткә, муйынға, ҡулға тигеҙ генә итеп һылағыҙ. Күпмелер ваҡыт үтеүгә маска тирегә һеңеп кибә, тире тартыла башлай. Шул саҡта йылымыс һыу менән йыуырға кәрәк. Бит, муйын тирәһендәге тире йомшаҡ ҡына булып ҡалыр. 

Ҡомалаҡтан эшләнгән әсетке киптерелгән вариантта кибеттәрҙә һатыла. Уны алдан йылымыс һыуға һалып ебетергә кәрәк буласаҡ. Әгәр ундайҙы таба алмаһағыҙ, магазинда һатылған башҡа төрлө сүпрәләрҙе лә ҡулланырға мөмкин. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас