Сәләмәт булайыҡ
8 Апреля , 14:10

Яҙғылыҡҡа матурайып, организмды еңеләйтеп алайыҡ!

Бының өсөн беҙгә бер стакан һоло ғына кәрәк. Һөҙөмтәлә холестерин нормаға килә, биттең төҫө үҙгәрә, организмдан тоҙҙар, шлактар сығарыла. Һоло һыуы бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно көйләй.

Яҙғылыҡҡа матурайып, организмды еңеләйтеп алайыҡ!Яҙғылыҡҡа матурайып, организмды еңеләйтеп алайыҡ!
Яҙғылыҡҡа матурайып, организмды еңеләйтеп алайыҡ!

Һолоноң организмға файҙаһын боронғолар ҙа яҡшы белгән һәм уны үҙ рационында даими ҡулланған. Шулай уҡ һолоноң дауалау үҙенсәлектәре лә элек-электән билдәле. Был рецепттар ҙа борондан һыналған.

Бер стакан һолоно таҙартып йыуырға һәм термосҡа һалып, 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Һөҙөп алғас, ашар алдынан эсергә. Төнәтмә тиҙ әсеп бара, шуға күрә көнөнөкөн көн дә эсеп бөтөргә кәңәш ителә.

Бер аш ҡалағы бөтәү һолоноң өҫтөнә төнгөлөккә 0,5 литр таҙа һыу ҡойоп ҡалдырырға. Әгәр ҡан баҫымы юғары булһа, бер аш ҡалағы перловка ярмаһы өҫтәргә мөмкин.

Иртәнсәк ошо ҡатнашманы ике минут ҡайнатып, ҡапҡасын ябып, тағы 5 минут самаһы быҡтырырға. Уттан алып 10 минутҡа ҡуйып тороғоҙ һәм һөҙөп, әлеге һыуҙы көн дауамында ашар алдынан эсегеҙ.

Ун көн эскәндән һуң шул сама ял итергә.

Һөҙөмтәлә холестерин нормаға килә, биттең төҫө үҙгәрә, организмдан тоҙҙар, шлактар сығарыла. Һоло һыуы бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно көйләй.

Сығанаҡ: https://vk.com/zdorove69

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас