

Кемдең генә һомғол кәүҙәле, ябыҡ һәм һау булғыһы килмәй икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа кешелек һимерә. Дөрөҫ булмаған туҡланыу, ултырып эшләү, хәрәкәт етмәү – быларҙың барыһы ла артыҡ тән ауырлығына килтерә. Ошо сәбәплеме икән, һуңғы ваҡытта ашҡаҙанды бәләкәсәйтеү буйынса операциялар артып китте. Артистар, блогерҙар, алып барыусылар, ябай кешеләр эшләтә уны һәм ябыға. Иғтибарығыҙға Сибайҙа йәшәгән блогер Зәкиә Сәлимйәнованың тарихын тәҡдим итәбеҙ. Ул да былтыр ошо операцияны яһатҡан һәм беҙҙең менән тәьҫораттарын уртаҡлашты.
– Үҙегеҙ тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле.
– Зәкиә Таһир ҡыҙы Сәлимйәнова булам. Хәйбулла ҡыҙы, Әбйәлил киленемен. Хәләл ефетем менән өс балаға ғүмер бирҙек. Ҡыҙыбыҙ кейәүҙә, бер йәшлек ейәнсәребеҙ ҙә бар. Өс педагогик дипломлы булыуыма ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта Сибайымдың ит комбинатында келәт хеҙмәткәре эшен яратып башҡарам. Шулай уҡ мине блогер тип тә беләләр. Блог – минең хобби. Дүрт йылдан ашыу алып барам, темам – юмор.
– Ни өсөн ундай етди операцияға барырға булдығыҙ? Ауырлыҡ ҙур инеме әллә ябығып булманымы?
– Әлбиттә, был уйланылған эш, ике йыл тирәһе үҙ аллы эҙләгәндән һуң, ошондай ҡарарға килдем. Сөнки, диеталар ваҡытлыса һөҙөмтә бирә һәм артынан бер нисә килограмм ауырлыҡты өҫтәп алып ҡайта. Әгәр, гормондар шаяра башлаһа, дөрөҫ туҡланыу серҙәренә төшөнөү ҙә ҡайһы ваҡыт һин теләгән һөҙөмтә бирмәй ҡуя икән.
– Һеҙ ашҡаҙанды бәләкәсәйтеү буйынса операцияның ниндәй төрөн һайланығыҙ, улар бер нисә төрлө тип беләбеҙ. Ни өсөн тап ошо операция юлын һайланығыҙ.
– Бариатрия – ул дөйөм төшөнсә. Өс төрө бар. Резекция, шунт ярҙамында операция (шунтирование) һәм баллон ҡуйыу. Иң көслөһө – шунт ярҙамында эшләнгәне, ашҡаҙанға теймәйҙәр, аҙыҡ тура эсәктәргә төшмәле итеп яһалған операция. Тән ауырлығым күп булмау сәбәпле мин ошоноһон һайларға уйлаған инем, табип кире ҡаҡты. Резекция – ашҡаҙандың 85 процентын ҡырҡып ташлау. Тимәк, күп ашап булмай. Баллон инде ваҡытлыса ашҡаҙанға ҡуйыла, кеше әҙ ашарға өйрәнә. Был операция тип тә һаналмай, бер нисә минутлыҡ процедура. Миңә резекция яһанылар.
– Ҡайҙа, ҡасан эшләттегеҙ, табип кем ине. Сер булмаһа, ул нисә һумға баҫты?
– Тәүҙән үк, Дағстан республикаһын ҡарай инем, иптәшем дә балалар ҙа бигерәк алыҫ тигәс, Өфөнө һайланыҡ. Бер нисә тапҡыр консультацияға барғандан һуң, тулы тикшеренеү үтеп, кәрәкле анализдар биреп, һөйләшелгән ваҡытҡа операцияға тип Өфөгә барҙым. Төнө буйы йоҡлай алмай уйландым, иртәнсәк торғайным ниндәйҙер көс мине туҡтатты. Операцияға бер сәғәт ваҡыт ҡалғас, дауаханаға барманым да, шылтыратып кире ҡаҡтым. Күңелем тартманы. Хаҡы ла бигерәк ҡиммәт ине. Ҡайтып киттек, иптәшем быға ҡыуанды ғына, былай ҙа операция яһатыу өсөн уны күндереүе еңелдән булмағайны.
Бер аҙна ваҡыт үткәйне, "теге ҡорт" тағы ҡыбырлай башланы бит... Дағстан табиптарының эштәрен алдан ҡарай инем, шуларҙың береһен һайланым да телефон аша һөйләшеп килешелгән ваҡытҡа барҙыҡ иптәшем менән.
Сығымдарға килгәндә, алдан тикшеренеү өсөн – 20-25 мең һум тирәһе, юлға – 20 мең, операция үҙе 150 мең һум, кеҫә сығымдары булды. Был ғәмәлде былтыр башҡарған инем. Яңы образым 8 мартҡа үҙемә бүләк булды. Операция 7 март үтте. Хәҙер бер йыл ваҡыт үтеп тә китте.
– Ғөмүмән, бындай операция тураһында ҡайҙан, кемдән белдегеҙ? Әллә ысынлап та блогерҙар араһында “модалы” булып киттеме? Хәүефле тигәнен дә ишеткән бар, ҡурҡманығыҙмы?
– Эйе, был операцияны күптәр блог үҫтереү өсөн контент эшләү тип ҡабул итә. Юҡ, әлбиттә! Ниндәй генә операцияны алһаң да хәүефле тип һанай табиптар. Мин ике йыл самаһы теманы өйрәндем, төрлө ил таптиптарының эштәрен ҡараным. Сөнки, беҙҙең яҡта бындай ысул яңы ғына килеп сыға башланы. “Мода”ла тип әйтеүегеҙ ҙә бик дөрөҫ түгел. Ысынбарлыҡта был операцияны бик күптәр яһата, тик беҙҙең – блогерҙар кеүек һәр аҙымын күрһәтеп, ҡысҡырып йөрөмәгәс, башҡалар уларҙың был ғәмәлен белмәй ҙә ҡала.
– Операцияға тиклем ауырлығығыҙ нисә килограмм ине һәм әле күпме? Операциянан һуң аяҡҡа баҫыу нисек барҙы?
– 100 килограммға етә яҙҙым. Минең буйым 160 сантиметр, шуға күрә минең өсөн был бик күп ине. Ә күп кеше миңә унса ауырлыҡ бирмәне, сөнки, кейем менән дә оҫта ғына йәшерергә була. Әйтеүе лә оят, бер йыл эсендә 42-43 килограмм ташланым. Әле ауырлығым 57-58 килограмм. Һуңғы ике айҙа ошо ауырлыҡ тора, артмай ҙа, кәмемәй ҙә. Шулай ҙа тәнем, аяҡ-ҡулдарым күҙгә күренеп ябыға. Операцияға тиклем 56-58-се үлсәмле кейем кейә инем, хәҙер 42-44. Шәп бит!
Операциянан уянғас " Нимә эшләнең, һин, Зәкиә?!" – тигән һорау килде башыма. Ярай әле, Айгизем эргәмдә реанимацияға инеп, хәлемде белеп йөрөнө, палатала бергә булдыҡ, юл да алыҫ бит, сумка тоторға ла берәү кәрәк ине.
Оҙаҡ йүнәлдем, ашамағас хәл юҡ, баш әйләнә, һыу эсһәм дә кире сыға ине. Ике ай тигәндә саҡ "кеше булдым"
– Операциянан һуң тормошоғоҙ ни тиклем үҙгәрҙе? Диета, сикләүҙәрме, әллә киреһенсә еңеллек булғас рәхәт ҡабул иттегеҙме? Ғөмүмән, үкенмәнегеҙме?
– Әлбиттә, һаман булһа ла табип кәңәштәрен тотам, саҡ ҡына тайпылһаң, үкенергә тура килә. Йә элекке ғәҙәт менән күберәк тығынып ебәрәһең, йә, ярамаған аҙыҡ инеп китә – кире сыға. Ғөмүмән, мин дөрөҫ туҡланыуҙа һуңғы бер нисә йыл инде. Әле лә ташлаған юҡ.
Үкенеү, булды, булманы түгел, берәр айға һуҙылғандыр. Аҙаҡ, беренсе айҙа үлсәүҙә -9 килограмм күргәс, дөрөҫ юлда икәнемде, маҡсатҡа өлгәшеремде һиҙгәс, ул тойғо үтте.
Ҡамыр аштарын яңыраҡ әҙләп ашай башланым, төйөлөүҙән ҡурҡам. Икмәк бөтөнләй ашамайым, сөхәри, хлебцы ҡулланам. Иң яратҡан иртәнге ашым: бер йомортҡанан пашот, бер ҡалаҡ ауыл майы, бәләкәй ике сөхәри һәм мин өс сәғәткә туҡ.
– Операциянан һуң һаулығығыҙҙа үҙгәрештәр булдымы?
– Күп кенә ауырыуҙар тәндең артыҡ ауырлығынан тигән төшөнсә бар бит инде. Минең дә нисә йылдар артроз, преддиабет диагноздары ҡуйғайнылар. Өс ай һайын кәрәкле анализдар бирәм, Аллаға шөкөр, элекке ауырыуҙар һүрелде, анализ күрһәткестәре хатта элек дефицит булған витамин, микроэлементтарҙы норма тип күрһәтә. Әле бер йыл үткәс, йәнә тулы тикшеренеү үтеп йөрөйөм. Барыһы ла яҡшы кеүек.
– Ошондай операция яһатырға теләгәндәр өсөн ниндәй теләктәрегеҙ бар? Кәрәкме ул, юҡмы? Бәлки унһыҙ ҙа ябығып булалыр?
– Һәр операция – хәүеф. Бер кемгә лә теләмәйем, өгөтләмәйем. Ә әгәр, ныҡлап уйлаған икәнһегеҙ, бер кемдән дә кәңәш һорамайынса, өндәшмәйенсә, бер минутын да әрәм итмәйенсә барығыҙ. Минең был аҙымымды тик ирем һәм балаларым ғына белде. Башҡаларға эшләткәс кенә һөйләнек. Сөнки, ас кешене туҡ белмәй тигәндәй, артыҡ ауырлыҡ менән яфаланыусыны ҡаҡса, һомғол буйлы аңламай. Был ысул, әлбиттә, тиҫтәләп йылдар диета менән яфаланған кешеләргә генә баралыр, тип уйлайым.
– Әлеге тормош рәүешегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле, нимә үҙгәрҙе. Икенсе төрлө туҡланаһығыҙмы, бәлки спортҡа ылыҡтығыҙмы?
– ”До” и “после" тиҙәр бит, минең дә шулай. Алдан, етеҙ хәрәкәттәр эшләүе, йүгереп китеүе, өҫкә менгәндә ултырғысҡа баҫыу ауыр ине, ҡолап китерһең кеүек, баҫҡыс буйлап менгәндә тын алыуы йышая ине. Хәҙер барыһы ла рәтләнде, еңел кәүҙәгә бер нәмә лә етмәй икән. Спорт менән шөғөлләнә башламаным, уйҙа бар. Беҙҙең тормош көтөү – үҙе спорт.
Әлбиттә, тәнем бөгөн идеаль түгел. “Бер кеше” хәтлем ауырлыҡ ташлағандан һуң кәүҙәм 17 йәшлек ҡыҙҙыҡы кеүек булыр тип көтмәнем дә. Күптәр ауырлыҡ ташлағас артыҡ тиреһен ҡырҡтыра. Был турала ла уйламайым. Уның ҡарауы көн һайын үҙем битемә, тәнемә массаж яһайым, битлектәр менән файҙаланам, скрабтар яһайым. Миңә ошо етә кеүек, тирем ҡурҡыныс булып һәлберәп тормай.
Иң мөһиме – үкенеү юҡ. Яңы тәнемдә рәхәтләнәм. Бөтәбеҙ ҙә һау, һомғол булайыҡ.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан. Зәкиә ханым операцияға тиклем һәм бер йыл үткәс.