

13 – 24 апрелдә “Сәләмәтлек диктанты” – “Сәләмәт йылмайыу һәм таҙа ҡулдар” Бөтә Рәсәй акцияһының беренсе этабы үткәрелә.
Был сараның темаһы – ауыҙ ҡыуышлығын һәм ҡулдарҙы йыуыу. Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла ябай ғына кеүек, әммә кариес һәм йоғошло сирҙәр статистикаһы был ғәмәлде күптәрҙең дөрөҫ атҡармауы тураһында һөйләй.
Ҡайһы ваҡытта ҡул йыуырға? Ниңә тешен көнөнә ике тапҡыр таҙартҡандарҙың да теше һыҙлай? Сарала ҡатнашыусылар диктант яҙып ҡына ҡалмай, белгестәрҙең аңлатмаһын да күрәсәк.
диктант-санпросвет.рф. онлайн сайтында диктантты яҙырға була. Уны үткәндән һуң электрон сертификат алырға мөмкин. Акцияла төрлө йәштәгеләр ҡатнаша.
Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!