Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель , 13:45

“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты

“Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” акцияһы быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. 

“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты

“Сәләмәтлек поездары” проекты 2019 йылда башланды. Ул диагностик ярҙамды арттырыуға, ауылдарҙа йәшәүселәр араһында социаль әһәмиәтле һәм хроник ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға йүнәлтелгән. Йөкләмәне тулыраҡ ҡаплау һәм тигеҙ бүлеү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре алты маршрут буйынса – Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйынса юлға сыға. Улар 54 муниципалитетта 356 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала.

“Сәләмәтлек поездары” составында – Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы, “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” модуле, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттары, һаулыҡ үҙәктәре. Бригадаларҙа терапевтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, эндокринологтар, кардиологтар, онкологтар, офтальмологтар, неврологтар, стоматологтар, рентгенологтар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары эшләй.

“Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” акцияһы быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Поездар алты маршрут буйынса үтәсәк һәм Башҡортостандың 386 тораҡ пунктын хеҙмәтләндерәсәк.

Маршруттарҙа нимәләр эшләй:

✓ 10 күсмә флюорограф;
✓ 10 маммограф;
✓ 49 мобиль ФАП;
✓ 9 күсмә сәләмәтлек үҙәге, шул иҫәптән балалар өсөн;
✓ кардиомобиль;
✓ Ғ.Ғ. Ҡыуатов ис. РКД-ның диагностика комплексы;
✓ «Ҡатын-ҡыҙ һаулығы» модуле;
✓ күсмә стоматология кабинеты.

Акция 2026 йылдың 11 сентябренә тиклем бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереү бушлай үткәрелә. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй — сират буйынса ҡабул итәләр. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау полисын (полис ОМС) алығыҙ.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас