Сәләмәт булайыҡ
17 Апрель , 15:50

Халыҡ дауаһы: уҫаҡ япраҡтарына төрөү

Йәйҙең июнь айының 15-ендә япраҡтарҙың ныҡ көс йыйған көндәрендә, уҫаҡ япраҡтарын ботаҡтарын һындырмайынса ғына тоҡҡа тултырып йыйып алып ҡайтабыҙ.

Халыҡ дауаһы: уҫаҡ япраҡтарына төрөүХалыҡ дауаһы: уҫаҡ япраҡтарына төрөү
Халыҡ дауаһы: уҫаҡ япраҡтарына төрөү

Шифалы үләндәр, халыҡ дауаһы буйынса белгес Зәүхиә Низамиева был юлы яҡташы, Ейәнсура районының ғәжәйеп матур тәбиғәте ҡосағында урынлашҡан Юлдаш ауылында йәшәгән Ишеғолова Миңниса апайҙың халыҡ дауалары ярҙамында нисек һаулыҡты нығытырға кәрәклеге хаҡында таныштыра.

"Тағын бер һәрбер кеше үтәрлек дауаланыу алымын һөйләне. Аяҡтар ныҡлы һыҙлап аптыратһа, ҡырмыҫҡа иләүенә һалырға мөмкинселек булмаһа, уҫаҡ япраҡтары менән ҡулланырға була. Йәйҙең июнь айының 15-ендә япраҡтарҙың ныҡ көс йыйған көндәрендә, уҫаҡ япраҡтарын ботаҡтарын һындырмайынса ғына тоҡҡа тултырып йыйып алып ҡайтабыҙ. Уны ныҡлап төрөп, өҫтөнән әйберҙәр менән ябабыҙ. Ул бер нисә көн эсендә ҡыҙып, эсендә һыуланып, яна башлай. Төтөнө сыҡмай, әлбиттә. Яна тигән һүҙҙе ныҡ ҡыҙа тип аңлайбыҙ. Ҡулды тығып ҡарайбыҙ, тоҡтоң эсендә япраҡтар эҫе булырға тейеш.( Мин хәтерләйем, мин ҡыҙған һоло эсенә тығып ултырғанымды. Мин дә бит аяҡтарымды өшөтөп, инвалид хәлендә ҡалған инем. Уның тураһында мин тәфсилләп яҙҙым. Әнейемә рәхмәт, төрлө ысулдар менән мине аяҡҡа баҫтырҙы). Шул саҡта кешенең аяҡтарын шул тоҡҡа тығып ултыртабыҙ. 20-30 минут ултырғас, һәйбәтләп һөртәбеҙ, киптергәнсе ҡоротабыҙ һәм йылы кейемдәр кейҙертәбеҙ. Тоҡтағы япраҡтарҙы тағын төрөп ҡуябыҙ, ҡыҙа иртәгә хәтле, тағын ултыртабыҙ. Өс – дүрт көн рәттән ҡуйырға була. Йә бөтөнләй һауыҡҡансы, ял итеп, тағын яңы япраҡтар алып ҡайтып ҡабатларға була",  -тип яхәбәр итә Зәүхиә Низамиева үҙенең "Боронғолар ораны" китабында.

Сығанаҡ һәм фото: Зәүхиә Низамиева

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Карима Усманова
Читайте нас