Сәләмәт булайыҡ
17 Апрель , 13:30

“Сәләмәтлек поездары” республиканы иңләй

Беренсе тапҡыр күсмә бригадала психолог эшләне. Тулыраҡ - сайтта:

“Сәләмәтлек поездары” республиканы иңләй“Сәләмәтлек поездары” республиканы иңләй
“Сәләмәтлек поездары” республиканы иңләй

Был аҙнала “Сәләмәтлек поездары” Ауырғазы, Белорет, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Туймазы райондарының айырым ауылдарында булды. Мәҫәлән, быйыл Туймазы районының Түбәнге Троицк ауылына беренсе медицина комплексы килде. Бында ике мең тирәһе кеше йәшәй, шуға күрә аҡ халатлылар ике көн эшләне. Туймазы районы хакимиәте урынбаҫары Руслан Агапитов, Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов һәм Октябрьский ҡала дауаханаһының баш табибы Илдар Гәрәев автопоезға старт бирҙе. Белгестәр халыҡты амбулатория кабинеттарында ҡабул итте, аппарат тикшереүҙәрен – маммография менән флюорографияны – күсмә модулдәрҙә атҡарҙы. Ауылда йәшәүселәр терапевҡа, хирургка, гинекологка, онкологка, офтальмологка, эндокринологка һәм наркологка күренде. Беренсе тапҡыр күсмә бригадала психолог эшләне.

16 апрелдә күсмә медицина модуле - Ҡарамалы-Ғөбәйҙә, 17 апрелдә Соҡаҙыбашта булдылар. 20 апрелдә – Туҡай, 21-23 апрелдә – Серамифовка, 24 апрелдә – Николаевка, 27 апрелдә – Сәйрәндә, 28 апрелдә – Йәрмөхәмәттә, 29 апрелдә – Татар-Олҡанда, 30 апрелдә – Түбәнге Сәрҙектә, 4-6 майҙа – Собханғолда, 7-8 майҙа Иҫке Туймазыла халыҡты ҡабул итәсәктәр.

Беренсе аҙнала “Сәләмәтлек поездары” 12 кешенең яман шеш менән сирләү ихтималлығын асыҡланы. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторола.

Белгестәр, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын үткәрә башлағандан алып 8117 ҡабул итеү, 1603 тикшереү, шул иҫәптән  610 флюорография, 436 маммография һәм 557 УЗИ (ультратауышлы тикшереү) үткәрҙе.

103 кешенең ҡанында – глюкоза, 195 кешелә холестерин юғары икәнлеге асыҡланды, 232 кешенең тән ауырлығының артыҡ икәнлеге билдәләнде. Табиптар 306 пациентта беренсе тапҡыр сир барлығын асыҡланы. Уларҙың 143-өндә социаль ауырыуҙың бар икәнлеге билдәләнде. Медицина тикшереүҙәре 12 пациентта – яман шеш, 112 кешелә артериаль ҡан баҫымының күтәренке булыуын, 19-ында шәкәр диабеты барлығын асыҡланы. Аҡ халатлыларға мөрәжәғәт иткән пациенттарға ла диагноздарҙы аныҡлау өсөн тағы тикшереүгә йүнәлтмә бирҙеләр.

“Сәләмәтлек поездары” проекты 2019 йылда башланды. Ул диагностик ярҙамды арттырыуға, ауылдарҙа йәшәүселәр араһында социаль әһәмиәтле һәм хроник ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға йүнәлтелгән. Йөкләмәне тулыраҡ ҡаплау һәм тигеҙ бүлеү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре алты маршрут буйынса – Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйынса юлға сыға. Улар 54 муниципалитетта 356 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала.

“Сәләмәтлек поездары” составында – Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы, “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” модуле, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттары, һаулыҡ үҙәктәре. Бригадаларҙа терапевтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, эндокринологтар, кардиологтар, онкологтар, офтальмологтар, неврологтар, стоматологтар, рентгенологтар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары эшләй.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Поездар алты маршрут буйынса үтәсәк һәм Башҡортостандың 386 тораҡ пунктын хеҙмәтләндерәсәк.

Маршруттарҙа нимәләр эшләй:

✓ 10 күсмә флюорограф;
✓ 10 маммограф;
✓ 49 мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты;
✓ 9 күсмә, шул иҫәптән балалар өсөн сәләмәтлек үҙәге;
✓ кардиомобиль;
✓ Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы;
✓ “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” модуле;
✓ күсмә стоматология кабинеты.

Акция 2026 йылдың 11 сентябренә тиклем бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереү бушлай үткәрелә. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй — сират буйынса ҡабул итәләр. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау полисын (полис ОМС) алығыҙ.

ФЕКЕР:

Вадим ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ, Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы:

 –  Был акция Туймазы районының йыраҡта урынлашҡан ауылдарын медицинаға яҡынайта. Шулай итеп, ошо сара һөҙөмтәһендә күп кенә сирҙәр беренсе тапҡыр асыҡлана. Ә ҡайһы бер пациенттар республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ныҡлап тикшерелеү өсөн ебәрелә.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!       

 

“Сәләмәтлек поездары” республиканы иңләй
“Сәләмәтлек поездары” республиканы иңләй
“Сәләмәтлек поездары” республиканы иңләй
“Сәләмәтлек поездары” республиканы иңләй
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас