Сәләмәт булайыҡ
17 Апреля , 09:00

Тәбиғи коллаген эшләп ҡарайыҡ әле

Һөйәкте 10-15 сәғәт яй ғына утта ҡайнатып, тәбиғи коллаген эшләп була. Матур ғына һөйәктәрҙе саҡ ҡына ите менән бергә ҡайнатырға ҡуяһың. Ҡайнап сыҡҡас, бер аш ҡалағы алма һеркәһе өҫтәйһең һәм... 

Тәбиғи коллаген эшләп ҡарайыҡ әлеТәбиғи коллаген эшләп ҡарайыҡ әле
Тәбиғи коллаген эшләп ҡарайыҡ әле

“Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙҙөң дуҫы Миләүшә Юлдашбаева бер яҙмабыҙға яуап итеп, үҙенсәлекле һаулыҡ һәм матурлыҡ рецебы – коллаген эшләү ысулы тураһында яҙҙы.

Белеүебеҙсә, табип-косметологтар бит-йөҙҙөң, тиренең һығылмалылығын һаҡлау өсөн меңәр һумлыҡ коллаген препараты ҡулланырға тәҡдим итә. Ә бит уны өйҙә лә эшләп була.

“Һөйәкте 10-15 сәғәт яй ғына утта ҡайнатып, тәбиғи коллаген эшләп була. Матур ғына һөйәктәрҙе саҡ ҡына ите менән бергә ҡайнатырға ҡуяһың. Ҡайнап сыҡҡас, бер аш ҡалағы алма һеркәһе өҫтәйһең, тоҙ һалырға онотмағыҙ.

12-20 сәғәткә тиклем ваҡыт ҡайнатырға мөмкин. Һурпаһы ҡайнап, яртылаштан да күберәк кәмеп китә.

Һөҙәһең дә, өлөштәргә бүлеп, һыуытҡыста йәки туңдырғыста һаҡлайһың. Көн һайын яҡынса бер шырпы ҡабы ҙурлыҡ киҫәкте (алдан шулай бүлеп туңдырһаң, йәтеш була) бер стакан эҫе һыу өҫтәп, тоҙлап-борослап эсәһең”.

Сәләмәт булығыҙ!

Фото: Альбина Байегетованан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!       

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас