Сәләмәт булайыҡ
21 Апрель , 17:47

Былтыр 40 тоннанан ашыу донор ҡаны әҙерләнгән

21 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала ҡан биреү хеҙмәтенең үҫеше тикшерелде.

Былтыр 40 тоннанан ашыу донор ҡаны әҙерләнгәнБылтыр 40 тоннанан ашыу донор ҡаны әҙерләнгән
Былтыр 40 тоннанан ашыу донор ҡаны әҙерләнгән

21 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала ҡан биреү хеҙмәтенең үҫеше тикшерелде.

– 2025 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктә 40 тоннанан ашыу донор ҡаны әҙерләнде, уны тапшырыуҙа 30 мең самаһы кеше ҡатнашты, улар 73 мең донация яһаны, – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Республика ҡан биреү станцияһының алты филиалы бар. Инфраструктураны яңыртыу сиктәрендә 2023 йылда Октябрьский ҡалаһында подразделениеның яңы модуль бинаһы файҙаланыуға тапшырыла. Киләһе аҙым – Нефтекамала ошондай уҡ объект төҙөү.

Импортты алмаштырыуға айырыуса иғтибар бүленә. Мәҫәлән, төбәктә ҡан төркөмөн билдәләү өсөн стандарт эритроциттар сығарыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Башҡортостан илдә бындай реагенттар етештереүсе берҙән-бер предприятие булып тора. Продукцияһын шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһе һатып ала.

Республика шулай уҡ дарыуҙар – иммуноглобулиндар алыу өсөн сеймал етештереү күләме буйынса лидерҙар иҫәбенә инә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, коронавирус пандемияһы осоронда Башҡортостанда Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләй башланылар, был 5 меңдән ашыу пациентты ҡотҡарырға мөмкинлек бирҙе.

2025 йылдан республикала йөклөлөк ваҡытында резус-конфликтты иҫкәртеү өсөн иммуноглобулин етештереүҙә кәрәкле антирезус плазмаһын әҙерләүгә тотондолар.

Республика ҡан хеҙмәте эшләгән мөһим проекттар араһында – лиофилизацияланған (ҡоро) плазма етештереү. Был продукт зыян күргән һәр кемгә яраҡлы һәм һыуытҡыс ҡорамалдары талап итмәй.

Шулай уҡ Башҡортостанда һөйәк мейеһе донорлығын үҫтереү дауам итә. Федераль регистрҙа төбәктән 16 меңдән ашыу потенциаль донор иҫәпләнә. Улар ҡатнашлығында 43 трансплантация үткәрелгән.

Киләсәктә һанлаштырыу һәм заманса технологиялар индереү планлаштырыла. Медицина учреждениеларында “аҡыллы ярҙамсы” һәм автоматлаштырылған логистика системалары ҡулланыла.

Республикала ҡан хеҙмәтенең системалы үҫеше уның һөҙөмтәлелеген арттырырға һәм 300 миллион һумдан ашыу федераль средстволар йәлеп итергә мөмкинлек биргән.

Башҡортостан Башлығы донорҙар хәрәкәтен артабан үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм медицина белгестәренә эше өсөн рәхмәт әйтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас