

Быйыл “Сәләмәтлек поездары” 13 апрелдән йөрөй башланы һәм тәжрибәле табиптар менән бергә Башҡортостан дәүләт медицина университеты, республиканың медицина колледждары студенттары юлға сыҡты. Был акция республикала 2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторола.
Уның төп маҡсаты – күптәрҙең диагностикалауҙы үтә алыуын тәьмин итеү һәм сирҙәрҙе иртәрәк стадияла асыҡлау.
“Сәләмәтлек поездары” составында төрлө белгестәр эшләй. Мобиль комплекс иһә тотош Башҡортостанды урай. Уның составында – флюорографтар, маммографтар, ультратауышлы тикшереү (УЗИ) белгестәре, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, шул иҫәптән балалар кардиомобиле бар. Йөкләмәне тулыраҡ ҡаплау һәм тигеҙ бүлеү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре алты маршрут буйынса – Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйынса юлға сыға. Улар 54 муниципалитетта 356 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала. Былтыр ғына медицина хеҙмәткәрҙәре республикалағы 733 мең кешенең һаулығын тикшерҙе. Быйыл акция етенсе тапҡыр ойошторола.
“Сәләмәтлек поездары” составында – Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы, “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” модуле, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттары, һаулыҡ үҙәктәре. Бригадаларҙа терапевтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, эндокринологтар, кардиологтар, онкологтар, офтальмологтар, неврологтар, стоматологтар, рентгенологтар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары эшләй.
Үткән аҙнала “Сәләмәтлек поездары” Ауырғазы, Белорет, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Туймазы райондарының айырым ауылдарында булды. Мәҫәлән, быйыл Туймазы районының Түбәнге Троицк ауылына беренсе медицина комплексы килде. Бында ике мең тирәһе кеше йәшәй, шуға күрә аҡ халатлылар ике көн эшләне. Беренсе аҙнала “Сәләмәтлек поездары” 12 кешенең яман шеш менән сирләү ихтималлығын асыҡланы.
Икенсе аҙнала – 20-26 апрелдә – “Сәләмәтлек поездары” Белорет районының Үҙәнбаш (20-21 апрель), Сермән (22-24 апрелдә), Дыуан районының Иҫке Хәлил (20 апрель), Әбдрәшит (21 апрель), Күл (2-23 апрель), Һикеяҙ (24 апрель) булды. Программала шулай уҡ Туҡай, Серафимоска, Николаевка, Зайцев һәм башҡа ауылдар бар ине.
Халыҡты невролог, офтальмолог, акушер-гинеколог, хирург, уролог, эндокринолог, отоларинголог, психиатр-нарколог, психолог, терапевт, педиатр, дөйөм практика табибы һәм ультратауышлы диагностикалау белгестәре ҡабул итә. Бынан тыш, диспансерлаштырыу үтергә, прививка эшләтергә, ВИЧ-инфекцияға тест тапшырырға, тәмәке тартыуҙан баш тартыу йәһәтенән кәңәштәр алырға мөмкин. Был сара йәмғиәт сәләмәтлеген нығытыу һәм иҫкәртеү медицинаһын үҫтереү буйынса эштең мөһим өлөшөнә әүерелде.
Автопоезд белгестәрен сәләмләүҙә Дыуан районы хакимиәте башлығы А.Б. Абдуллин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Н.С. Шерстобитов сәләмәләне. Улар был акцияның ауыл халҡы өсөн мөһим иәкнлеге хаҡында белдерҙе. Йыраҡта ятҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә район үҙәгенә йәиһә ҙур медицина ойошмаһына барыу өсөн ваҡыт һәм байтаҡ сығымдар талап ителә. Шуға күрә аҡ халатлыларҙың урындарға сығып халыҡты ҡабул итеүе ҙур мәғәнәгә эйә – медицина ярҙамы халыҡҡа яҡыная, тимәк, ул үҙ ваҡытында күрһәтелә, файҙалана алырлыҡ була бара. Үҙҙәренең яуаплы һәм изге миссияһын атҡарған медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Акция 2026 йылдың 11 сентябренә тиклем бара һәм тикшереү бушлай үткәрелә. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй — сират буйынса ҡабул итәләр. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау полисын (полис ОМС) алығыҙ.
Бындай сараларҙы үткәреү кешеләр сәләмәтлеге тураһындағы хәстәрлектең – төпө өҫтөнлөк, сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙы алдан асыҡлау ғүмерҙең сифатын һәм оҙайлылығын һаҡлау йәһәтенән төп шарттар булып ҡалыуын күрһәтә.
Фотолар: Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы.