Сәләмәт булайыҡ
25 Апрель , 14:45

"Бөйөрөмдәге ваҡ ташты ике аҙнала бөтөрҙөм..."

Иҫәнғол дауаханаһында бөйөрөм ауыртыуға зарланғас, УЗИ үткәрҙеләр. Ул ҡом күрһәтте, Өфөгә нефрологҡа йүнәлтмә бирҙеләр. Тәүҙә ике аҙна өйҙә дауаланып, шунан ғына барҙым. Унда аптыранылар.  

"Бөйөрөмдәге ваҡ ташты ике аҙнала бөтөрҙөм...""Бөйөрөмдәге ваҡ ташты ике аҙнала бөтөрҙөм..."
"Бөйөрөмдәге ваҡ ташты ике аҙнала бөтөрҙөм..."

Бөйөрҙәрен нисек дауалаған Ейәнсура ҡатыны былай тип яҙа:

"Тары ярмаһы hыуын эсеп, бөйөрҙәге ҡомдо ике аҙна эсендә ҡыуып сығарҙым. Андыҙҙан кеүәҫ яhaп эсегеҙ, тары бутҡаһын көн дә ашағыҙ.

Бер стакан тары ярмаһын бер ҡат йыуҙым. Өс литрлыҡ банкаға һалып, йылы hыу ҡойоп, мотлаҡ ҡайнаған булмаһа ла ярай, болғатырға һәм эсергә була. Буръяҡ ҡына hыуҙы көнө буйы яйлап эсеп тик йөрөйһөң.

Был хәл әллә 90-сы йылдарҙың аҙағында, әллә 2000 йылдарҙың башында булды. Иҫәнғол дауаханаһында УЗИ бөйөрҙә 6 мм ҡом күрһәтте, шунан табип Өфөгә нефрологҡа йүнәлтмә бирҙе. Тәүҙә өйҙә дауаланып, тары һыуы эстем. Ике аҙна үткәс, Өфөгә барған инем, ҡом юҡ. Бәлки, булмағандыр тиһәм, булған, эҙҙәре ҡалған, тине".

 

Автор фотоһы.

Мәғлүмәт "Хазина" төркөмөнән: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-173566611_166329%2Fa196b06c983caae0bb

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас