

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 27 апрелдән 3 майға тиклем эш урындарында сәләмәтлекте нығытыуҙың иң яҡшы тәжрибәһен популярлаштырыу аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте. Был сараның төп маҡсаты – ойошмаларҙа сәләмәт йәшәү рәүешенең корпоратив мәҙәнилеген формалаштырыу, һөнәри сирҙәрҙе иҫкәртеү.
Эшләүселәр донъялағы халыҡтың яртыһын тиерлек тәшкил итә. Бөгөн хеҙмәт урындарында сәләмәтлекте нығытыу программаларының эшләүе хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын нығытыуға лайыҡлы өлөш индереү, эш биреүсенең медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеүгә сығымдарҙы кәметеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү мөмкинлеген раҫлаған. Был хеҙмәткәрҙәр өсөн дә, эш биреүселәр өсөн дә – барыһы өсөн дә файҙалы.
Хеҙмәт урынында сәләмәт туҡланыуҙы ойоштороу хеҙмәткәрҙәр тормошонда мөһим роль уйнай. Даими туҡланмау, эштән ҡайтҡас саманан тыш күп ашау, аҙ хәрәкәтләнеү ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренә, стресҡа һәм һимереүгә килтерә. Туҡланыуҙы планлаштырыу – сәләмәт йәшәү рәүешенең бер өлөшө.
Физик әүҙемлек офиста ла мөһим. Көнө буйы компьютер экранына текәлгән көйө ултырып эшләү, физик көсөргәнеш етешмәүе кешенең сәләмәтлегендә һиҙелерлек сағыласаҡ. Һөҙөмтәлә ваҡыт үтеү менән хроник сирҙәрҙең тотош комплексына юлығырға, хеҙмәткә һәләтлекте юғалтырға, ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартырға мөмкин.
Эштә стресты кәметеү өсөн ғаилә тормошо һәм хеҙмәт араһында алтын урталыҡты табыу мөһим. Даими көсөргәнешкә юл ҡуймағыҙ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һуңға ҡалдырмағыҙ, эш араһында тәнәфес яһарға ғәҙәтләнегеҙ, тип кәңәш итә белгестәр.
Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Алиса Мамаева сәләмәтлекте һаҡлаусы һәм хроник сирҙәрҙән арындырыусы төп ғәмәлдәрҙе атаны. Йылдан-йыл сирҙәрҙе иҫкәртеү сараһынан файҙаланыусылар арта. Башҡортостан халҡы ла диспансерлаштырыуҙың мөһимлеген нығыраҡ аңлай һәм баһалай башлаған кеүек. Республика поликлиникаларында йыл әйләнәһендә халыҡты планға ярашлы диспансерлаштырыу дауам итә.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.