Сәләмәт булайыҡ
29 Апреля , 13:40

Ҡанды ла таҙарта, хәл дә индерә

Ябай ғына эсемлек. Уны һәр кем эшләй ала. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ.

Ҡанды ла таҙарта, хәл дә индерәҠанды ла таҙарта, хәл дә индерә
Ҡанды ла таҙарта, хәл дә индерә

Йөҙөм витаминдарға һәм минералдарға бай. Ул шулай уҡ антиоксидант сығанағы ла. Йөҙөмдөң һыуы емештәренә ҡарағанда ла файҙалыраҡ. Бер нисә тапҡыр уны ҡулланғандан һуң аш һеңдереүҙең яҡшырғанын, көс ингәнен тойола.  Сөнки йөҙөм һыуы ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуҙы әүҙемләштерә, шунлыҡтан аҙыҡ та, туҡлыҡлы матдәләр ҙә яҡшы үҙләштерелә. Ҡан таҙара, иммунитет күтәрелә.  

400 мл һыуға 150 грамм йөҙөм алына.

Әҙерләү.

Кәстрүлгә таҙа һыу ҡойоп ҡайнатып сығарабыҙ. Артабан таҙа итеп йыуылған йөҙөмдө һалып, талғын утта 20 минут ҡайнатабыҙ. Уны төнгөлөккә ултыртып ҡалдырабыҙ. Иртән һөҙөп, йылытыбыраҡ эсәбеҙ. Бер ҡулланыуға - ярты стакан төнәтмә, бер ҡалаҡ йөҙөм.  

Бының өсөн яҡшы киптерелгән, сифатлы йөҙөм кәрәк. Һатып алғанда тышы ялтырап торған, ныҡ йомшаҡ йәки ныҡ ҡаты емеште алмағыҙ.  Төнәтмәне ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Дүрт көн эскәс туҡтайбыҙ. Шулай ай һайын ҡабатлап алырға була.

Шәкәр сире менән ауырыусыларға йәиһә һимереүгә һәләтле кешеләргә йөҙөмдө күп ҡулланыу ярамай. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас