

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Шәфҡәт туташтары көнөнә арналған, “Улар һаулығыбыҙ һағында” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Дилә Туҡбаева Белорет үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул Бөрйән районының Кейекбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән.
Конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан Бөрйән ҡыҙы – күңеле йыр-моңға, ижадҡа ынтылған, һәр нәмәнән бары яҡшылыҡ табырға тырышҡан шәфҡәт туташы. Ул Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика художестволы гимназия-интернатын тамамлаған, артабан Белорет медицина колледжында “Шәфҡәт туташы” белгеслеге буйынса уҡыған. Дилә – ике ҡыҙ әсәһе.
Ниндәй генә тормош ауырлыҡтары осрамаһын, яҙмыш һынамаһын, башҡорт ҡыҙы барыһын да еңеп сығырға тырыша. Әле яратҡан һөнәре буйынса эшләй.
Дилә Туҡбаеваға уңыштар теләйек, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ. Һәм, әлбиттә, уның һәм башҡа шәфҡәт туташтары өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп тауыш бирергә онотмайыҡ: vk.com/app7198399_-10496550...
Фотолар: Дилә Туҡбаеваның шәхси архивынан.