

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Шәфҡәт туташтары көнөнә арналған, “Улар һаулығыбыҙ һағында” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Элина Мөхәмәтдинова Асҡар үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы булып эшләй
Элина Әбйәлил районының Асҡар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Әбйәлил ҡыҙының ике ҡустыһы бар. Әсәһе үҙе кеүек үк Асҡар үҙәк район дауаханаһында эшләй, ә атаһы – күрше Магнитогорск ҡалаһындағы комбинатта монтажсы.
Белорет районының Абҙаҡ ауылындағы мәктәптә ҡыҙ 3-сө класҡа тиклем уҡыған һәм артабан, ғаиләләре Асҡарға күскәс, ошонда белем усағын тамамлаған. Элина төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашҡан, баскетбол менән мауыҡҡан. Әле лә был спорт төрө – уның иң яратҡаны.
Башта ҡыҙ массажист һәм визажист булырға теләгән. Әле лә ул матур образдар тыуҙырырға ярата.
11-се класта Элина медицина хеҙмәткәре булырға теләгән. Үҙҙәренән йыраҡ урынлашмаған Белорет колледжын һайлаған һәм шунда белем алған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Асҡарҙа башлаған. Ул пациенттарҙы ҡабул итеү бүлексәһендә өсөнсө йыл эшләй.
- Бында эш ярайһы ауыр ғына. Әммә ауырлыҡтар холоҡто сыныҡтыра. Ҡай саҡ ауыр ғына сменалар тура килә. Ваҡыт үткәс, күп кенә пациенттар һәм проблемалар хәтеремдә ҡалды. Был медицина ярҙамын һөҙөмтәлерәк итергә булышлыҡ итә, - ти шәфҡәт туташы.
Элинаның хоббиһы – макияж һәм уның менән бәйле барыһы ла. Маникюр оҫтаһы ла ул. Һәм тағы уның яратҡан шөғөлө бар. Ул – китап уҡыу. Тағы Корея йырсылары башҡарған йырҙарҙы тыңларға ярата.
Элина Мөхәмәтдиноваға уңыштар теләйек, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ. Һәм, әлбиттә, уның һәм башҡа шәфҡәт туташтары өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп тауыш бирергә онотмайыҡ: vk.com/app7198399_-10496550...
Фотолар: Элина Мөхәмәтдинованың шәхси архивынан.