Һәр сабый бәхетле булһын!

Сабыйҙарҙың үлем осраҡтарының кәмеүе – Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағының һиҙелерлек үҫеше күрһәткесе ул. Тулыраҡ - сайтта:

Һәр сабый бәхетле булһын!Һәр сабый бәхетле булһын!
Һәр сабый бәхетле булһын!

Быйыл ғинуар – апрель айҙарында Башҡортостан Республикаһында сабыйҙарҙың үлем осраҡтары рекордлы 2-3 промилегә тиклем кәмене. Тарихи минимум   3,2 промилле тәшкил иткәйне. Быйыл тәүге дүрт айҙа  һандар 30 процентҡа тиерлек кәмегән.  

Сабыйҙарҙың үлеү осраҡтарының кәмеүе – Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағының һиҙелерлек үҫеше күрһәткесе ул. Был һандар табиптарҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең, медицина ойошмалары етәкселәренең системалы эш һөҙөмтәһе.

Республикала ауырлы ҡатындарға, сабыйҙарға һәм балаларға ярҙам итеүҙең өс кимәле бар.

*Тәүлек әйләнәһенә ауыр акушер хәлдәр янаған ҡатындарҙы маршрутлау контролдә.

*Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник перинаталь үҙәгендә акушерҙарҙың дистанцион кәңәш биреүе ойошторолған, акушерҙар һәм неонаталь бригадалар реанимациялары урындарға сығып эшләй.

*Былтыр республикала 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, табип амбулаторияһы сафҡа инде. Ауылдарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары булдырыла.

 

Быларҙың барыһы ла буласаҡ әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр һаулығына ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Медицина фәндәре докторы, Республика клиник перинаталь үҙәге баш табибының акушерлыҡ һәм гинекология буйынса урынбаҫары, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш акушер-гинекологы Ирина ФӘТҠУЛЛИНА:

 – Рәсәй Президентының “2030  йылға тиклем һәм 2036 йылға перспективаға Рәсәй Федерацияһында үҫештең милли маҡсаттары тураһында”ғы Указына ярашлы, республика Хөкүмәте тарафынан “Ғаилә” милли проектына ярашлы “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк программаһы ҡабул ителде. Уның төп маҡсаты – бала табырға теләгән ҡатындарға һәм ғаиләләргә, шулай уҡ йөклө ҡатындарға һәм балаларға медицина ярҙамы сифатын күтәреү һәм уны файҙалана алырлыҡ итеү. Ошо маҡсатта 2025 йылда республикала 11 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды, перинаталь үҙәктәр заманлаштырылды, медицина ҡорамалдары һатып алынды.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас