

“Ғаилә” милли проектына һәм “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт республика” акцияһына ярашлы, 12 майҙан 17-һенә тиклем өлкәндәр өсөн Сәләмәтлек үҙәктәрендә Репродуктив сәләмәтлеккә һәм сәләмәт йөклөлөккә яуаплы мөнәсәбәт аҙнаһы үткәреү иғлан ителде.
Был сара ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, халыҡтың репродуктив сәләмәтлеген нығытыуға, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Аҙна дауамында репродуктив йәштәге ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ ауырлы ҡатындар өсөн консультациялар һәм тикшереүҙәр ойоштороласаҡ.
Үҙ сәләмәтлегеңә яуаплы мөнәсәбәт һәм йөклөлөктө грамоталы планлаштырыу сәләмәт бала тыуыуына һәм ғаиләнең именлегенә мөһим аҙым, тип иҫәпләй табиптар.
Был тәңгәлдә 2024 йылда Рәсәйҙә репродуктив сәләмәтлекте баһалау буйынса өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙың старт алыуы әһәмиәтле ваҡиға булды. Ул репродуктив потенциалды ваҡытында билдәләргә, асыҡланған сирҙәрҙе дауаларға, йөклөлөккә һәм сабый тыуыуына әҙерләнергә ярҙам итә. Махсус тикшереүҙе үткән халыҡтың 14 проценты сирҙәре асыҡланғандан һуң күҙәтеү аҫтына алынған һәм репродуктив функцияларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән махсус дауа ала башлаған.
Репродуктив сәләмәтлекте диспансерлаштырыу программаһы алты йыл дауамында барасаҡ һәм 18 йәштән 49 йәшкә тиклемге өлкәндәрҙең 30 процентын тикшерергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғәриф һәм фән министрлыҡтарына, муниципалитеттар хакимиәттәренә хеҙмәтсәндәр һәм студенттар коллективтары араһында репродуктив диспансерлаштырыуҙы үткәреү буйынса көстө тупларға тәҡдим ителде. Демография өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте халыҡты һаҡлау принциптарына нигеҙләнә. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, шулай уҡ граждандарҙың репродуктив сәләмәтлеген нығытыу2025 йылдың 1 ғинуарынан эш башлаған яңы “Ғаилә” федераль проектының төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Ул илдәге демографик хәл һәм матди ярҙамдың етешмәүе менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
Республикала диспансерлаштырыу һәм иҫкәртеү медицина тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә йоғошло булмаған күп сирҙәр асыҡланыуҙан тыш, граждандарҙың инвалид булып ҡалыу осраҡтары ла кәмейәсәк. Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе учреждениелар сирҙе иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әлбиттә, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығы өсөн социаль яуаплылыҡтың һәр кемдең иңендә ятыуын да онотмайыҡ.
Кеше сәләмәтлеге көндәлек ғәҙәттәрҙән формалаша, ә һирәк-мирәк уның хаҡында иҫкә төшөрөүҙән, уны яҡшыртыу өсөн онотҡанда бер тырышлыҡ һалыуҙан түгел. Ошо ябай ғына, һәр кемдең ҡулынан килерлек ғәҙәттәрҙе үтәү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирәсәк:
әгәр ҙә һеҙ көн буйы ултырып эшләргә мәжбүр икәнһегеҙ, һәр сәғәт һайын өс минут тирәһе зарядка яһағыҙ: һуҙылығыҙ, аяҡтарығыҙҙы, табандарығыҙҙы яҙығыҙ, кәүҙәгеҙҙе борғолағыҙ, яурындарығыҙҙы күтәрегеҙ һәм төшөрөгөҙ. Быларҙың барыһын да ултырған килеш яһап була;
ни тиклем йышыраҡ тулҡынланһағыҙ, борсолһағыҙ, шул тиклем тиҙерәк ҡартаясаҡһығыҙ. Бынан тыш, стресс сәс ҡойолоуына, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүенә килтерәсәк;
асыуығыҙ килһә, ярһыуығыҙҙы эсегеҙгә йыймағыҙ, тышҡа сығарығыҙ. Ҡәнәғәтһеҙлекте йыш ҡына йәшерергә тырышыуҙан сәләмәтлегегеҙгә зыян килеүе ихтимал;
көмөрәйеп йөрөмәгеҙ, атлағанда ла, ултырғанда ла арҡағыҙҙы төҙ тотоғоҙ. Бик күп сирҙәр умыртҡа һөйәге кәкерәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килә;
ваҡытында ғаилә ҡороғоҙ. Төрлө ил белгестәре иҫбатлауынса, ғаиләле кешеләр биш-ете йылға оҙағыраҡ йәшәй;
көнөнә 1,5-2 литр һыу эсергә тәҡдим ителә. Шыйыҡлыҡтың 50 процентын аш, сәй, һут һәм башҡа эсемлектәрҙән алырға кәрәк;
тәүлегенә кәм тигәндә һигеҙ сәғәт йоҡларға тырышығыҙ. Йоҡоноң даими булыуы мотлаҡ. Өҫтәүенә бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға ғәҙәтләнегеҙ. Бары йоҡо ғына физик көстө тергеҙергә, зиһенгә асыҡлыҡ ҡайтарырға, хәтерҙе һәм иғтибарлылыҡты яҡшыртырға, кәйефте һәм иммунитетты күтәрергә ярҙам итә;
хәрәкәтләнегеҙ, әүҙем тормош менән йәшәгеҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
#годбольшойидружнойсемьи102