

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Шәфҡәт туташтары көнөнә арналған, “Улар һаулығыбыҙ һағында” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Эльза Исламова Өфөләге "Мастердент" стоматологияһында шәфҡәт туташы булып эшләй.
Эльза Айрат ҡыҙы Исламова 1996 йылдың 10 ғинуарында Учалы районының Баттал ауылында беренсе бала булып донъяға килгән.
9-сы класҡа тиклем Баттал ауылында белем алған, артабан 10-11 класты Белорет лицей-интернатында уҡып, 11-се класты Учалы районы Ураҙ ауылында тамамлаған.
- Медицинаға уйламағанда ғына, шәфҡәт туташы һөнәрен һайлап, Белорет медицина колледжына уҡырға индем.
Хыялымда юҡ ине, әммә хәҙер минең яратҡан һөнәрем, - ти Эльза.
- Хеҙмәт эшмәкәрлегем 4-се Өфө стоматологияһында башланып китте. Был поликлиникала ике йыл эшләп, әлеге "Мастердент" стоматологияһын һайлап яратып эшләп йөрөйөм.
11 йыл кейәүҙәмен, игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ бар. Әлеге ваҡытта иң мөһим бурысыбыҙ - йортобоҙҙо күтәреп бөтөргә.
Эльза Исламоваға уңыштар теләйек, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ. Һәм, әлбиттә, уның һәм башҡа шәфҡәт туташтары өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп тауыш бирергә онотмайыҡ: vk.com/app7198399_-10496550...
Фотолар: Эльза Исламованың шәхси архивынан.