

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Шәфҡәт туташтары көнөнә арналған, “Улар һаулығыбыҙ һағында” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Илнара Фәйзуллина Красноусол үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.
Илнара Фәйзуллина Ғафури районының Красноусол ауылында тыуып үҫкән, ошонда уҡ мәктәпте тамамлаған. Салауат медицина училищеһын тамамлағас, тыуған районына эшкә ҡайта. Шулай итеп, 2024 йылдың 6 июленән хирургия бүлексәһендә - палата шәфҡәт туташы.
Илнара Фәйзуллинаға уңыштар теләйек, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ. Һәм, әлбиттә, уның һәм башҡа шәфҡәт туташтары өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп тауыш бирергә онотмайыҡ: vk.com/app7198399_-10496550...
Фотолар: Илнара Фәйзуллинаның шәхси архивынан.