Талпандан нисек һаҡланырға?

Талпан ҡаҙалыуынан нисек һаҡланырға? Әгәр ҡаҙалып өлгөрһә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Талпан инфекция менән зарарланған булып сыҡһа, нимә эшләргә? Сирҙең тәүге билдәләрен нисек танырға? Талпандарҙы тикшереүсе лабораториялар ниндәй режимда эшләй? Ни өсөн Башҡортостанда был хәүефле бөжәктәр шул тиклем күп? Был һорауҙарға яуапты түбәндәге текста табырһығыҙ.

Талпандан нисек һаҡланырға?Талпандан нисек һаҡланырға?
Талпандан нисек һаҡланырға?

Талпан ҡаҙалыуынан нисек һаҡланырға? Әгәр ҡаҙалып өлгөрһә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Талпан инфекция менән зарарланған булып сыҡһа, нимә эшләргә? Сирҙең тәүге билдәләрен нисек танырға? Талпандарҙы тикшереүсе лабораториялар ниндәй режимда эшләй?

Тәбиғәт ҡосағындағы ялығыҙ күңелле лә, хәүефһеҙ ҙә үтһен өсөн мәғлүмәтле булығыҙ, тип кәңәш бирә “Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре.

Республикала талпандар таратҡан инфекциялар даими контролдә тотола. 2026 йылдың 6 майына алынған мәғлүмәттәр буйынса, медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалған 1347 кеше мөрәжәғәт иткән (2025 йылдың ошо осоронда – 2356 кеше). 12 майға ҡарата алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, медицина ойошмаларына 2157 кеше бөжәктәрҙе тикшереү пункттарына илткән (былтырғы ошо осорҙа – 3490 кеше)

Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һәм уның филиалдарында бәжәктәрҙең инфекция менән зарарланған йәки зарарланмаған булыуын асыҡлау өсөн тикшереү пункттары асылған.

Талпандарҙан һаҡланыу ҡағиҙәләре ябай, әммә үтәү мөһим, тип иҫкәртә “Роспотребнадзор” белгестәре. Иң һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы – вакцина яһатыу.

Республикала парктарҙы, скверҙарҙы, халыҡ күп йыйылған урындарҙы хәүефле бөжәктәрҙән эшкәртеү 15 апрелдә башланды. Бөтәһе дүрт мең гектарҙан ашыу биләмәне эшкәртеү планлаштырылған. Ҡар иреп бөтөү һәм тупраҡ йылыныу менән талпандар “һунарға” сыға. Йәшел биләмәләрҙе эшкәртеү өсөн элек йылдар буйы тарҡалмай торған матдәләрҙе ҡулланһалар (уның эҙҙәре әле лә табыла), хәҙер ике аҙнанан уҡ тарҡалыусы никотиндың синтетик аналогтарын файҙаланалар, тип хәбәр итә эколог, биология фәндәре кандидаты Константин Китаев. Шулай уҡ технология ла үҙгәреш кисергән, ҡул ярҙамында һиптереү урынына хәҙер генераторҙар ҡулланыла. Эксперттың әйтеүенсә, хәҙерге заман инсектицидтары ла кеше өсөн зарарлы, шуға күрә эшкәртеү мәлендә парктар ябыла.

Ни өсөн Башҡортостанда был хәүефле бөжәктәр шул тиклем күп? Республика – тайга (энцефалитлы) талпандар ояһы. Айырыуса ылыҫлы урмандарҙа, Урал тауҙарында, төбәктең төньяҡ һәм урта өлөшөндә улар бик күп. Дала райондарында улар аҙыраҡ, әммә хәүеф һаҡлана. Вирус үҙәк нервы системаһын зарарлай. Инкубация осоро  – бер тәүлектән бер айға тиклем. Тәүге сир билдәләре: киҫкен баш ауыртыуы, биҙгәк тотоу, юғары температура, мускул ауыртыуы.

“Роспотребнадзор” иҫкәртеүенсә, тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда репелленттар ҡулланырға, тик уларҙы тәнгә түгел, ә кейемгә генә һөртөргә кәрәк. Үләнгә әйбер йәймәйенсә ултырмағыҙ. Тәбиғәттән ҡайтҡас, тәнегеҙҙе ентекләп тикшерегеҙ. Талпан ҡаҙалһа, мотлаҡ уны лабораторияға илтегеҙ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас