

Матрүшкә - хуш еҫле сәй генә түгел, тәбиғи антибиотик та. Уның составында корвалол, аскорбин кислотаһы, дуплау матдәләре һәм эфир майҙары бар. Ашҡаҙан һутын бүлеп сығарыуҙы көсәйтә, тән температураһын төшөрә, йүткереүҙе еңеләйтә һәм насар холестеринға ҡаршы көрәшә. Бынан тыш, нервы ҡаҡшағанда, юғары ҡан баҫымы, атеросклероз булғанда ярҙам итә.
Элек мәтрүшкә быуындар һыҙлауын еңеләйтеү һәм тештәрҙе таҙартыу өсөн ҡулланылған. Эфир майы ҡайһы бер майҙарҙың бер өлөшө булып тора. Шулай уҡ уны косметологияла һабынға, иннеккә, еҫле майға хуш еҫ биреү өсөн ҡулланалар.
Быуындар ауыртыуына дауа: ️
Ике аш ҡалағы онталған мәтрүшкәне бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәткә ултыртып ҡуйығыҙ. Һуңынан тәбиғи - етен йәки йөн туҡыма - киҫәген төнәтмәгә манып, ауырыу быуынды уратып бәйләгеҙ. Өҫтөн целлофан йәки компресс ҡағыҙ менән ҡаплағыҙ һәм йылы әйбер менән төрөгөҙ.
ИҒТИБАР! Мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.
Автор фотоһы.