Алсаҡ, һөймәлекле, хәстәрлекле

Беҙҙең конкурста ҡатнашыусы Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының шәфҡәт туташы Флүрә Хәлиуллинаны бар район халҡы ихтирам итә. 

Алсаҡ, һөймәлекле, хәстәрлеклеАлсаҡ, һөймәлекле, хәстәрлекле
Алсаҡ, һөймәлекле, хәстәрлекле

Флүрә Вәсим ҡыҙы - Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының иң тәжрибәле шәфҡәт туташтарының береһе. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 1985 йылдан бирле намыҫлы хеҙмәт итә.

Олокүл урта мәктәбен тамамлағас, бала саҡтан хыялланған һөнәргә уҡып сыға ла, уға ғүмер буйы тоғро ҡала. Тәүҙә бала табыу йортонда эшләһә, шунан - балалар консультацияһында, ә 2003 йылдан алып - участка терапевы шәфҡәт туташы.

Пациенттарҙы ҡабул итеү, документацияны теүәл алып барыу, диспансерлаштырыуҙы ваҡытында уҙғарыуҙы тәьмин итеү - Флүрә Вәсим ҡыҙының көндәлек бурыстары. Иң мөһиме, быларҙың барыһын да яратып башҡара ул, уны бер ваҡытта ла насар кәйефтә күрмәҫһең. ‎Алсаҡ, мөләйем булыуы өсөн уны пациенттар ҙа, хеҙмәттәштәре лә ярата һәм ихтирам итә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ул бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына, рәхмәт хаттарына, "БР Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн" миҙалына лайыҡ була.

‎Ә өйөндә Флүрә Вәсим ҡыҙы - оҫта хужабикә һәм һөйөклө әсәй. Улы Илгиз - полиция полковнигы, ҡыҙы Гөлназ миграция хеҙмәтендә эшләй. Дүрт ейән-ейәнсәргә өләсәй ҙә мәҡәләм геройы. ‎

Флүрә Вәсим ҡыҙына артабан да мәрхәмәтле эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Алсаҡ, һөймәлекле, хәстәрлекле
Алсаҡ, һөймәлекле, хәстәрлекле
Алсаҡ, һөймәлекле, хәстәрлекле
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас