“Мин хәҙер теш табибынан ҡурҡмайым”

Ғүмер буйы тештәрен дауалатыуҙан ҡурҡып йөрөгән кешеләр бар, сөнки ауыртыуы үҙәккә үтә... Ә бына Алик Тархановҡа пациенттары бик теләп бара.

“Мин хәҙер теш табибынан ҡурҡмайым”“Мин хәҙер теш табибынан ҡурҡмайым”
“Мин хәҙер теш табибынан ҡурҡмайым”

“Мин ғүмер буйы тештәремде дауаларға, табипҡа барырға ҡурҡтым. Табип Алик Руфағат улының оҫталығы, эшен яҡшы үтәүе арҡаһында теш ауыртыуын да, ҡурҡыуымды ла оноттом. Хөрмәтле табибыҙға һаулыҡ һәм уңыштар теләйем”, – пациенттарҙың береһе “Салауат ерендә” гәзите сайтында үҙен дауалаған теш табибына шулай тип рәхмәт белдергән.

Алик Тарханов Салауат районының Мөрсәлим амбулаторияһында 2002 йылдан алып эшләй. Ул - райондағы тәжрибәле теш табиптарының береһе. Лағыр ауылында тыуып үҫкән егет Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағындағы медицина колледжын тамамлағандан һуң Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында эш башлай.

2002 йылда уны халыҡ стоматология хеҙмәттәренә ныҡ мохтажлыҡ кисергән Мөрсәлим участка дауаханаһына күсерәләр. Хәҙер Алик Руфағат улының хеҙмәт стажы – 27 йыл. Мәктәптә теш кабинеты асылғас, табип уҡыусыларҙы ”Сәләмәт йылмайыу” проектына ярашлы ҡабул итә башлаған.

 

Фото: “Салауат ерендә” гәзите сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас