Шәп шәфҡәт туташы, бына тигән ҡул оҫтаһы ул Гөлнара!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Шәфҡәт туташтары көнөнә арналған, “Улар һаулығыбыҙ һағында” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Гөлнара Нурғәлина Ишембай үҙәк район дауаханаһында  шәфҡәт туташы булып эшләй

Шәп шәфҡәт туташы, бына тигән ҡул оҫтаһы ул Гөлнара!Шәп шәфҡәт туташы, бына тигән ҡул оҫтаһы ул Гөлнара!
Шәп шәфҡәт туташы, бына тигән ҡул оҫтаһы ул Гөлнара!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Шәфҡәт туташтары көнөнә арналған, “Улар һаулығыбыҙ һағында” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Гөлнара Нурғәлина Ишембай үҙәк район дауаханаһында  шәфҡәт туташы булып эшләй.

Гөлнара Зиннәт ҡыҙы Нурғәлина – бына тигән шәфҡәт туташы. Ул – шулай уҡ милли кейем оҫтаһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты. “Тамға” халыҡ-ара бәйгеһендә уның башҡорт кейемен тергеҙеү буйынса эше махсус бүләккә лайыҡ булды. “Халыҡ ҡатын-ҡыҙ кейеме” номинацияһына ул өс комплект тәҡдим иткән. Уларҙың һәр береһендә халыҡ тарихы сағылыш тапҡан.

Гөлнараның олатаһы Зәйнәғәле Нурғәле улы Нурғәлин ағас оҫтаһы булған. Ул бына тигән һандыҡтар эшләгән. Бер һандыҡта көмөш тәңкәләр, мәрйендәр, ситек, янсыҡ, яулыҡтар һәм башҡалар һаҡланған. Бала саҡта ошо ҡомартҡыларға һоҡланып үҫкән Гөлнара. Ул беренсе ҡашмауҙы егерме йыл элек теккән.

-Халҡыбыҙҙың күптән килгән йолаларын һаҡларға тырышам. Беҙҙең көндәргә килеп етәкн һәр ҡомартҡы ата-бабаларыбыҙҙың күңел йылыһын һаҡлай, - ти ул.

Гөлнара Нурғәлина “Ете ҡыҙ” ижади төркөмөн ойошторған. Ул кешеләрҙе дауалаған шәфҡәт туташы һәм онотолған матурлыҡты ҡайтарған оҫта ла.

Гөлнара Нурғәлинаға  уңыштар теләйек, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ. Һәм, әлбиттә, уның һәм башҡа шәфҡәт туташтары өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп тауыш бирергә онотмайыҡ: vk.com/app7198399_-10496550...

Һүрәттә: Гөлнара Нурғәлина үҙе теккән Юрматы ырыуы кейемендә.

Фотолар: Гөлнара Нурғәлинаның шәхси архивынан.

Шәп шәфҡәт туташы, бына тигән ҡул оҫтаһы ул Гөлнара!
Шәп шәфҡәт туташы, бына тигән ҡул оҫтаһы ул Гөлнара!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас