

Был ябай ике рецепт ҡандағы холестерин кимәлен кәметеп кенә ҡалмай, организмдан шлактарҙы сығара, бер нисә килограмға ябығырға ла ярҙам итә.
Дарыухананан йүкә сәскәләре һатып алабыҙ. Кофе тирмәнендә ваҡлайбыҙ. Уны көн һайын өсәр тапҡыр ете балғалаҡ ашарға, артынан йылы һыу эсергә кәрәк. Курс ете ай дауам итә.
Был рецепт ҡандағы холестерин кимәлен кәметеп кенә ҡалмай, организмдан шлактарҙы сығара, бер үк ваҡытта бер нисә килограмм артыҡ ауырлыҡ юғаласаҡ.
Тағы бер ябай рецепт.
Ябай фасоль мөғжизәләр ҡыла. Кискеһен ярты стакан фасоль йәки борсаҡҡа һыу ҡоябыҙ һәм төнгә ҡалдырабыҙ. Иртән һыуын түгеп, яңыһына алмаштырабыҙ, сәй ҡалағының осона эсәр сода өҫтәйбеҙ (газ барлыҡҡа килмәһен өсөн), әҙер булғансы бешерәбеҙ һәм ике тапҡыр ашайбыҙ. Курсты өс аҙна дауам итәбеҙ. Әгәр көнөнә кәм тигәндә 100 грамм фасоль ашаһаң, холестерин яҡынса 70 процентҡа кәмей.
Һаҡлағыҙ һәм яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!
ҺӘР ПРЕПАРАТТЫ, ДАРЫУҘЫ ЙӘКИ ДАУАЛАУ ЫСУЛЫН ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН, МОТЛАҠ ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ!
Фото: "Шедеврум" нейроселтәре.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!