Волга буйы федераль округында берҙән-бер ул

Йоғошло ауырыуҙарҙы диагностикалау өсөн тикшереү ваҡытын 48 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән ҡорамалдарҙың ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ.

Волга буйы федераль округында берҙән-бер улВолга буйы федераль округында берҙән-бер ул
Волга буйы федераль округында берҙән-бер ул

Лаборатория хеҙмәтенең заманса моделе булдырылды

Һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын яңыртыу буйынса республикала даими системалы эш дауам итә. Медицина ярҙамының инфраструктураһын үҫтереү менән бергә учреждениеларҙы алдынғы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа уңышлы бара. Клиник-диагностика лабораторияларында технология процестарын автоматлаштырыу тикшереүҙәр сифатын яҡшыртыу менән бергә уларҙы башҡарыу тиҙлеген шәбәйтә, ваҡытты 40 процентҡа ҡыҫҡарта, биоматериалдарҙы һалҡында һаҡлай, тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм персонал һанын арттырмайынса башҡарыу һәләтен арттыра. Клиник-диагностика лабораторияларындағы автоматлаштырылған трек линияһының үҙенсәлектәре шундай.

Мәҫәлән, 2025 йылда Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында һәм Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһында лаборатор тикшеренеүҙәр өсөн пробиркаларҙы анализаторҙарға урынлаштырыуҙың автоматлаштырылған системаһы индерелде. Был – Волга буйы федераль округы төбәктәрендә берҙән-бер шундай алдынғы система.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин аңлатыуынса, республикала лаборатория хеҙмәтенең заманса моделе булдырылған. Башҡортостанда бөтәһе 109 лаборатория эшләй. Технологик процестарҙы автоматлаштырыу етештереүсәнлекте арттырған, хаталар китеүенә юл ҡуймаған, тикшереүҙәр сифатын контролләүҙе тәьмин иткән.

Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров автоматлаштырылған трек линияһы эшкә ҡушылған 13-сө ҡала клиник дауаханаһының үҙәкләштерелгән клиник-диагностик лабораторияһы мөмкинлектәре менән танышты. Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы лабораторияһында 178 кеше эшләй. Былтыр улар 205 ҡорамал ярҙамында 15,4 миллион тикшереү башҡарған. Бында республиканың 18 медицина ойошмаһынан биоматериалдар килтерелә. Республика медик-генетик үҙәгенең баш табибы Фәнил Билалов әйтеүенсә, автоматлаштырылған линияның сортҡа айырыу, биоматериалдарҙы һалҡында һаҡлау, мәғлүмәтте архивлаштырыу системалары ҙур уңайлыҡ тыуҙыра.

Башҡортостандың медицина лабораторияларында һуңғы йылдарҙа лаборатор тикшереүҙәрҙең сифатын, һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән байтаҡ яңылыҡтар индерелде. Төп үҙгәрештәрҙең береһе: лаборатория хеҙмәтенең өс кимәлдәге моделе булдырылыуы. Тикшереүҙәрҙең ҡатмарлығына ҡарап, лабораторияларҙы өс кимәлгә бүләләр. Беренсе кимәл – мәшәҡәтле тикшереүҙәр (мәҫәлән, ҡандың дөйөм анализы). Икенсе кимәл – махсуслаштырылған тикшереүҙәр: биохимия, коагулология, иммунология, молекуляр-биология тикшереүҙәре. Өсөнсө кимәл: юғары технологиялы (иммунология, шеш маркерҙары, гормондар, аутоантиматдәләр, молекуляр-генетик) тикшереүҙәр. Ошондай автоматлаштырылған система ябай анализдарҙы урындарҙа, ә ҡатмарлыларын үҙәкләштерелгән лабораторияларҙа үткәрергә мөмкинлек бирә.

Микробиология хеҙмәтенең яңырыуы ҙур өҫтөнлөккә эйә. 2021 йылда республиканың өс стационарына (Өфөләге 13-сө ҡала дауаханаһы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм республика йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы) яңы өс ҡорамал менән бергә Рәсәйҙә етештерелгән масс-спектрометрҙың алыныуы медицинала көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға булды. Йоғошло ауырыуҙарҙы диагностикалау өсөн тикшереү ваҡытын 48 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән ҡорамалдарҙың ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ.

Һанлаштырыу һәм мәғлүмәтләштереү лаборатория хеҙмәте эшмәкәрлеген еңелләштереүгә килтерҙе. Һәр процесс стандартлаштырыла, автоматлаштырыу һәм мәғлүмәтләштереү уның теүәллеген тәьмин итә. Әлбиттә, бөтә был үҙгәрештәр тармаҡтың матди-техник базаһын да яңыртыуға килтерҙе. Үҙгәртеп ҡороуҙарға ярашлы, лабораторияларға капиталь ремонт яһалды, ҡорамалдар һәм документтар үҙгәреш кисерҙе.

Яңырыу осоро белемле, яңылыҡҡа ынтылыусан кадрҙарға ихтыяж тыуҙырҙы. Башҡортостан дәүләт медицина университетында “Һанлы кафедра” проектының тормошҡа ашырылыуы студенттарға һәм ординаторҙарға мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә яңы компетенциялар алырға мөмкинлек бирә. Лаборатория хеҙмәтен яңыртыуҙы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты маҡсаттарына ирешеүҙә ырамлы аҙым тип ҡарарға мөмкин.

 

 Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

- Был система беҙгә кеше факторы арҡаһында ебәрелеүе ихтимал булған хаталарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Был, барыһынан да бигерәк, ышаныслылыҡ – анализаторҙар бында яҡшы, шуға ярашлы, теүәлерәк күҙаллау һәм анализ  бирә. Был тиҙлек тә тигән һүҙ – сәғәт үтеү менән системаға башҡарылған анализ мәғлүмәттәре ебәрелә. 13-сө дауахана һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы нигеҙҙә бөтә республиканың ихтыяжын ҡапланы. Система тәүлегенә 10 меңгә яҡын анализды үтәй, бәлки, күберәктер ҙә. Тимәк, киләсәк өсөн запас бар. Тап бына ошо үҙгәрештәр һаулыҡ һаҡлау системаһында инновациялар тип атала ла инде.

 

Фәнил БИЛАЛОВ, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник-лаборатор диагностика буйынса штаттан тыш баш белгесе:

- Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталдең бактериология лабораторияһы эш башында уҡ был тикшереү комплексының коронавирусты дауалауҙа ғына файҙалы булмауын күҙ уңында тотоп төҙөлгәйне. Ҡорамал ҡайһы бер тикшереүҙәрҙең ваҡытын ете көндән ике көнгә тиклем ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе. Төп өҫтөнлөгө – теүәллек. Ул, республиканың иң заманса лабораторияларының береһе булараҡ, Стәрлетамаҡ медицина округын хеҙмәтләндерәсәк. Уға Башҡортостандың ике ҡалаһы һәм алты районы инә. Логистик маршруттар бөгөн биоматериалдарҙы эре үҙәктәргә илтеүҙе тәьмин итә, был иҡтисади йәһәттән дә отошло. Иртә яһалған диагностика, дөрөҫ тәғәйенләнгән дауа күп осраҡта лабораториялар эшмәкәрлегенә бәйле.

 

Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас