

12 май – Шәфҡәт туташтары көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә шәфҡәт туташтары араһында “Улар һаулығыбыҙ һағында” тигән конкурсыбыҙ тамамланды. Төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе әүҙем, эшлекле, өлгөлө, уңған гүзәл заттарҙы – медицина хеҙмәткәрҙәрен, үҙҙәрен изге һөнәргә арнаусыларҙы үҙенә тупланы был бәйге. Улар араһында иң-иңдәрен һайлау һеҙгә йөкмәтелде.
Һәр кем лайыҡлы тип һанаған конкурсантының алға сығыуын теләне. Ниһайәт, еңеүселәр билдәле. (Һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6a0331c6a7d2094b91a15ea0)
1-се урынға Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһынан Вера Козионова лайыҡ булды.
2-се урында – Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһынан Флүрә Хәлиуллина.
3-сө урында – Красноусол үҙәк район дауаханаһынан Илнара Фәйзуллина.
Тәүге өс урынға лайыҡ булған өс шәфҡәт туташына ҡул эштәре һәм милли биҙәүестәр оҫтаһы Юлия Ҡарағолованан матур бүләктәр биреләсәк. Беренсе урынға лайыҡ булған шәфҡәт туташына – стилләштерелгән хәситә менән алҡа, икенсе урынға лайыҡ булыусыға – сулпы менән алҡа, өсөнсө урынға алҡа һәм йөҙөк ҡаралған.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Барлыҡ конкурсанттарыбыҙҙы ла бөгөнгө еңеүҙәре менән тәбрикләп, рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт шулай тормошобоҙҙо йәмләп, тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәгеҙ.
Нәсих Хәлисов коллажы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!