

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 31 майҙа үтәсәк Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөнә ҡарата 26 – 31 майҙа Тәмәкенән баш тартыу аҙнаһы иғлан итте.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, граждандарҙы тәмәке төтөнөнән һаҡлауға йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәте йылдарында илдә тәмәке тартыусылар һаны кәмей төшкән. Әммә уның урынын вейптар, электрон сигареттар, кальяндар һәм төтөнһөҙ тәмәке кеүек никотинлы продукттар яулай бара. Күптәр уларҙың һаулыҡҡа килтергән зыяны, сирҙәргә юлыҡтырыуы, бәйлелек тыуҙырыуы хаҡында белеп тә бөтмәй. Өҫтәүенә тәмәке һатыу компаниялары тарафынан агрессив рәүештә ойошторолған маркетинг быға булышлыҡ итә, тәү сиратта ул үҫмерҙәргә һәм йәштәргә йүнәлтелгән булыуы менән хәүефле. Никотинлы продукция организмға тәмәке кеүек үк зыян килтерә.
Яман шеш, йөрәк эшмәкәрлеге, хроник үпкә сирҙәре һәм башҡалар – тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сирҙәрҙең береһе. Белгестәр әйтеүенсә, тәмәке көйрәтеү ғүмер оҙайлығын уртаса ун йылға ҡыҫҡарта. Йыл һайын донъяла һигеҙ миллиондан ашыу кеше тәмәке менән бәйле сирҙәрҙән һәләк була.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе, психиатр-нарколог Татьяна Николаевна Старостина насар ғәҙәттәрҙең береһе – тартыу – тураһында түбәндәгеләрҙе белдерҙе: - Тартыу - ғәҙәти тәмәке лә, вейп та, электрон тәмәке лә - һаулыҡҡа зыян килтерә. Эйе, вейптарҙа тәмәке төтөнө юҡ, әммә икеһендә лә никотин – бәйлелек тыуҙырыусы ағыулы матдә бар. Айырыуса никотин үҫмерҙәргә насар йоғонто яһай.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.