

Нуриман районының Красная Горка ауылында йәшәгән Эльза Латипова әйтеүенсә, теләк булғанда хыялдарҙы тормошҡа ашырыу бер ҡасан да һуң түгел. Ул Өфөлә тыуып үҫә, 1996 йылда медицина училищеһын тамамлай. Тәүге улдары тыуғас, Латиповтар ғаиләһе Нуриман районына күсергә ҡарар итә.
Эльза Фәрит ҡыҙы үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша. Медицинаны эстетика менән яраштырыу хыялы тыуа һәм 2022 йылда профессиональ йүнәлеште үҙгәртергә батырсылыҡ итә.
– Мин тәбиғи ысулдарға таянып, матурлыҡ һәм сәләмәтлекте бергә алып барырға теләйем. Бик ҡыйыу аҙым яһаным, тик бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Йөҙгә массаж эшләү ысулын өйрәндем, 2023 йылда “Косметологияла шәфҡәт туташы эше” белгеслеге буйынса квалификациямды күтәрҙем, – ти Эльза Фәрит ҡыҙы.
Хәҙер ул поликлиникалағы шәфҡәт туташы эшмәкәрлеген үҙ кабинетында шәхси практика эше менән ҡушып алып бара. Тәжрибә күрһәтеүенсә, пациенттар араһында йөҙгә массаж яһау - ҙур һорау менән файҙаланған процедураларҙың береһе.
– Минең өсөн был процедура - үҙең тураһындағы хәстәрлектең тотош философияһы. Мускулдарға ҡулдар ярҙамында тәрән массаж яһау ғәжәп һөҙөмтәләргә килтерә. Бит контуры яҡшыра, мускулдар тонусы күтәрелә, йөҙ шешенеүе бөтә, һырҙар кәмей. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр һигеҙ-ун ике процедуранан торған курс мөғжизәләр яһай. Мускулдар көсөргәнештән ҡотола, кеше үҙен яҡшыраҡ тоя, – ти шәфҡәт туташы. Донъяла эстетик косметология өлкәһендә яңынан-яңы ысулдар барлыҡҡа килә, әммә тәбиғи тәрбиәләү ысулдары өҫтөнлөк менән файҙалана. Эльза Фәрит ҡыҙы даими уҡыуын, яңы алымдарҙы өйрәнеүен дауам итә. Үҙенең оҫталығын һынап ҡарау өсөн Матурлыҡ һәм сәләмәтлек көндәренә ярашлы үткән медицина һәм СПА-массаж буйынса Башҡортостандың VII чемпионатында ҡатнаша.
– Барыһынан да элек үҙ эшенең ысын оҫталары булған судъяларҙың баһаһын белергә, эшемдән илһам алырға, яңы үрҙәргә ынтылырға көс тойорға теләнем. Чемпионат сағыу тойғолар бүләк итеүҙән тыш, артабанғы үҫеш өсөн дәрт бирҙе. Ә еңеү яулау һинең дөрөҫ юлды һайлауыңды, тағы ла яҡшыраҡ булдыра алыуыңды дәлилләй.
Хәҙер Нуриман ҡатын-ҡыҙҙары матурлыҡ һәм сәләмәтлек артынан баш ҡала салондарына йөрөмәһә лә була, уларҙың үҙҙәренең профессиональ оҫталыҡ буйынса чемпионы бар!
Фото: шәхси архивтан.