Балалар сәләмәтлеге – ил киләсәге

Балаларҙың күбеһе  аҙ хәрәкәтләнеү арҡаһында сәләмәтлеген юғалта, ә бит хәрәкәт – физиологик талап, улар өсөн һулар һауалай мөһим. Һөҙөмтәлә башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙың күҙ күреүе насарлана, буй-һыны боҙола, ә өлкән кластарҙа көсөргәнешле уҡыуҙан тағы бер “мәктәп” сире – гастрит баш ҡалҡыта башлай.

Балалар сәләмәтлеге – ил киләсәгеБалалар сәләмәтлеге – ил киләсәге
Балалар сәләмәтлеге – ил киләсәге

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1–7 июндә Балалар сәләмәтлеген һаҡлау аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте. Балалар сәләмәтлеге бер һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен йәки ата-әсәләрҙе генә борсомай, был мөһим мәсьәлә мәктәп педагогтарына ла, ил етәкселәренә лә тынғы бирмәй. Ғалимдар, социологтар, демографтар оҙаҡламай ил киләсәген иңенә аласаҡ йәш быуындың сәләмәтлеге хаҡында тәрән уйлана, уға кире йоғонто яһаусы күренештәрҙе асыҡлай. Ауыр нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡлау маҡсатында пренаталь һәм неонаталь скринингтар үткәрелә, был  саралар сирҙәргә диагноз ҡуйып, дауалауҙы иртәрәк башларға мөмкинлек бирә. Сабыйҙы имеҙеү сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә һәм уның артабанғы үҫешендә мөһим сара булып тора. Сабыйҙың һау булыуы өсөн тәү сиратта әсәнең репродуктив сәләмәтлеге һәм сәләмәт йөклөлөгө мөһим. Дәүләт айырыуса иртә инвалидлыҡҡа килтереүсе, ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартыусы һирәк осраған ауыр сирҙәргә (орфан) дусар балалар категорияһына ҙур иғтибар бирә.

Сәләмәт йәшәү рәүеше – һәр кемдең сәләмәтлеген һаҡлауҙа мөһим шарт, тип иҫәпләй табиптар. Бала саҡтан уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һаулыҡты нығытыу, даими диспансерлаштырыу үтеү күп күңелһеҙлектәрҙән, ауырыуҙарҙан аралар ине. Ә 15-17 йәшлек үҫмерҙәрҙең репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатында репродуктив системаны тикшереү кәңәш ителә.Үҫмерҙәрҙең алкоголле эсемлектәр, тәмәке, электрон сигареттар менән мауығыуы һаулыҡҡа ныҡ зыян килтерә, был хаҡта улар менән әңгәмәләшеү бик мөһим. Рәсәй статистикаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, имгәнеүҙәр, ағыуланыуҙар, фажиғәләр 17 йәшкә тиклемге балаларҙың үлем структураһында беренсе урынды (30 %) алып тора. Иҫкәртеү сараларын йышыраҡ үткәреү инвалидлыҡ һәм үлем осраҡтарын байтаҡҡа кәметер ине.

Статистика – үҙ һүҙле, өгөтләүҙәргә буйһонмаусан ғәмәл. Уға ярашлы, өлкән кластарға һау-сәләмәт уҡыусылар һаны өс процент ҡына тәшкил итә. Хәҙерге заман үҫмерҙәренең күпселегендә икешәр-өсәр хроник сир диагнозлана. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәләрҙең ни бары 45 проценты ғына мәктәптә балаларының сәләмәтлеге ҡаҡшауына борсолоп йәшәй. Табиптар фекеренсә, күптәре аҙ хәрәкәтләнеү арҡаһында сәләмәтлеген юғалта, ә бит хәрәкәт – физиологик талап, улар өсөн һулар һауалай мөһим. Һөҙөмтәлә башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙың күҙ күреүе насарлана, буй-һыны боҙола, ә өлкән кластарҙа көсөргәнешле уҡыуҙан тағы бер “мәктәп” сире – гастрит баш ҡалҡыта башлай.

Мәсьәлә борсолмаҫлыҡ түгел, өлкән класс уҡыусыларына көсөргәнеш санитар-эпидемиологик нормаларҙан 30 процентҡа артыуы билдәле. “Баланы сәләмәт булһын өсөн һаҡларға һәм бының өсөн бөтәһен дә эшләргә кәрәк. Бөгөнгө мәктәптәрҙәге кеүек артыҡ көсөргәнеш булмаһын. Бала өйгә арып-талсығып ҡайта, был уның сәләмәтлегендә сағыла. Ошо тәңгәлдә аҡыллы ҡараш булырға тейеш, беҙ уҡыу процесына әле бер нәмәне индерәбеҙ, әле икенсене, әле өсөнсөнө. Ә һөҙөмтә ниндәй?” – тип борсолоу белдергән Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесенең һүҙҙәрен күптәр хуплар ине. Эксперттар күптән уҡыу программаһының артыҡ ҡатмарлы һәм көсөргәнешле булыуы, физик арыу һәм аҡыл йәһәтенән ҡаҡшауҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы кәметеүе, сәләмәтлектең насарланыуы тураһында саң ҡаға. Улар уҡыу программаһын яңынан ҡарауҙы, камиллаштырыуҙы талап итә. Хәҙерге заманда кешегә ғүмер буйы уҡырға тура килә һәм бының өсөн уның сәләмәтлеге яҡшы булырға, оҙаҡ йылдарға етергә тейеш. Балалар өсөн йоҡо туйҙырыуҙың мөһимлеген һәр кем белә. Микроэлементтар һәм минералдар етешмәгәндә мускулдар ауыртына. Уларҙың насар үҙләштерелеүенә тәмле-татлы ризыҡтар, газлы эсемлектәр ҡамасаулай, ә ҡара икмәктә, йәшелсә, еләк-емештә микроэлементтар етерлек. Тимәк, йыш кәнфит һурып, һағыҙ сәйнәп йөрөгән бала сәләмәт була алмай. Ауыр сумка менән көн дә мәктәпкә йөрөү үҫеүсе организмға, буй-һын, умыртҡа торошона ныҡ тәьҫир итә. Оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ултырыу баланы арыта. Шуға уның борғоланып, кирелеп, һуҙылып та алыуы бик тәбиғи, сөнки шул рәүешле мускулдар йомшара, ҡан йөрөшө яҡшыра. Хәрәкәтсән уйындар, һөнәрҙәр, бейеү тап шуға ярҙам итәсәк.

 Уҡыусы мәктәпте тамамлағанға тиклем үҫә, нығына, артабан да физик йәһәттән камиллашыуын дауам итә. Кесе мейенең үҫеүе баланың үҫеше менән бер рәттән бара, ул мускулдарҙың берҙәм һәм теүәл эшләүе өсөн яуаплы. Уның эшсәнлеген күнегеүҙәр ярҙамында яҡшыртып була. Физик яҡтан өлгөрөп етмәйенсә, был ағзаны тулыһынса камил тип әйтеп булмай. Шуға күрә был осорҙа баланың ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы көслө булған мотоцикл, спорт һәм эш ҡоралдары менән эш итеү тыйыла.

Ата-әсәнең улы йәки ҡыҙының хәл-торошона иғтибарлы булыуы мөһим.

Үҫеү өсөн төп сиратта туҡланыуға иғтибар бирергә кәрәк. Ит, һөт, йәшелсә, еләк-емеш үҫеүгә ярҙам итә. Төҙөү материалының төп өлөшөн тәшкил иткән аҡһым сығанағына ит, һөт һәм йомортҡаны индерергә мөмкин. Татлы, шәкәрле аҙыҡтарҙа “төҙөлөш” материалдары юҡ. Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр үҫеүҙе тотҡарлай ғына. Ауыр йөк күтәреү, һыу ташыу, көсөргәнешле физик эш, ауыр атлетика менән шөғөлләнеү ҙә үҫеүгә ныҡ ҡамасаулай. Бейеклеккә, оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол, волейбол, йөҙөү – үҫмерҙәр өсөн бик файҙалы спорт төрҙәре. Малайҙарҙың үҫеүе 25 йәшкә тиклем дауам итә. Башҡаларҙан аҙ ғына тәпәшерәк булыуҙан тартынырға, оялырға ярамай. Аҡыл менән буй оҙонлоғо бер-береһенә һис бәйләнмәгән. Донъяла бик күп танылған шәхестәр бәләкәй буйлы. Шуға күрә борсолорға ярамай, тип йыуата табиптар. Иммунитет көслө булғанға күрә организмда күп микробтар, вирустар, артыҡ күҙәнәктәр үрсеп китә алмай. Уның ҡеүәте дөрөҫ туҡланмауҙан, тирә-яҡ мөхиттәге зарарлы тәьҫирҙәрҙән, антибиотиктарҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан, туйғансы йоҡламауҙан түбәнәйеүе мөмкин. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ла иммунитетты кәметә. Саф һауала йөрөү, режимды тотоу, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу ҙур роль уйнай. Яҡшы иммунитет киләсәк быуындың сәләмәтлеге өсөн дә кәрәк.

Боронғолар әйтмешләй, әҙәп төбө – матур ғәҙәт. Ғәҙәт башы – изге ниәт, йәғни белемле, һөнәрле, тәртипле һәм сәләмәт кеше булыу теләге. Бының өсөн балаларҙы бәләкәй саҡтан уҡ санитария-гигиена талаптарын үтәргә, йоғошло сирҙәрҙән һаҡлаған вакцина яһатырға, кешеләрҙе яратырға өйрәтергә кәрәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюдтары. 

Балалар сәләмәтлеге – ил киләсәге
Балалар сәләмәтлеге – ил киләсәге
Балалар сәләмәтлеге – ил киләсәге
Балалар сәләмәтлеге – ил киләсәге
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас