

Пограничник яҙмалары
"Биҙгәк"
Заставала ҡайһы ваҡыт төрлө ҡатмарлы хәлдәр булып ала. Пограничниктарҙың береһе эсе ауыртып, температураһы күтәрелеп, ныҡ ҡына ауырып китте. Заставаның фельдшеры булараҡ, мин уны тиҙ арала айырым бүлмәгә һалып, кәрәкле дарыуҙар бирҙем. Температураһы төшөүен төштө, ләкин эсенең ауыртыуы шул килеш ҡалды. Был ауырыу мине уйға һалды, сөнки ул беҙ күнеккән ғәҙәти инфекцияға оҡшамаған ине.
Иртәнсәк дежурствоға сығыу менән тағы ике пограничник шул уҡ билдәләр менән килде. Уларҙан ентекләп һораша башланым: ҡайҙа барғандар, нимә ашағандар, эскәндәр. Ни тиклем күберәк мәғлүмәт алһам, шул тиклем шигем бының "биҙгәк" булыуына арта барҙы.
Мин шунда уҡ был турала застава буйынса яуаплы, шул ваҡытта санчасҡа килеп ингән өлкән лейтенант Васильевҡа хәбәр иттем. Уға "биҙгәк"тең нимә икәнен аңлаттым. Комендатураға хәбәр итергә һәм тиҙ арала ауырыуҙарҙы дауаханаға һалырға кәрәклеге тураһында әйттем.
Тиҙ ярҙам машинаһы менән ауырыуҙарҙы инфекция бүлегенә алып киттеләр. Кискә табан минең диагнозым раҫланды, эйе был "биҙгәк" ине.
Йоғошло ауырыуҙың сәбәбе ябай ғына булған. Бер көн алдан заставаның старшинаһы был өсәүҙе аҙыҡ-түлек келәтенә тәртип урынлаштырырға алып барған. Шул ваҡытта улар кипкән емеште тәмләп ҡарағандар. Был турала ентекләп һорашҡанда әйтеп һалдылар.
Бынан һуң тиҙ арала бөтә заставала дезинфекция үткәрҙек. "Алыҫ Көнсығыш скарлатинаға оҡшаш биҙгәге" тураһында лекция уҡыуым бик тә урынлы булды.
Ваҡытында үткәрелгән сара арҡаһында башҡа пограничниктарҙы был ауырыу ситләтеп үтте. Бер нисә аҙнанан өсөһө лә дауахананан ҡайтып, артабан хеҙмәт итә башланылар.
Автор - Хәмит Ҡарамалинский.