

Ҡарағай тубырсыҡтары һәм шәкәрҙән эшләнгән сиропты халыҡ медицинаһында йыш ҡулланалар: ул иммунитетты күтәрә, ревматизм һәм подаграла ҡулланыла, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, һыуыҡ тейгәндә, тын алыу органдарына бәйле ауырыуҙар булғанда бик сихәтле. Йүтәлләгәндә бик ныҡ ярҙам итә.
Уны ашар алдынан ярты сәғәт ҡала берәр сәй ҡалағы эсергә кәрәк. Нисек эшләргә? Йыуып, киптерелгән тубырсыҡтарҙы өс литрлыҡ банкаға тултырабыҙ ҙа өҫтөнә шәкәр һалабыҙ. Һелкетеп-һелкетеп алабыҙ.
1 кг шәкәр китә. Һыу ҡоймайбыҙ. Шуны ҡояшлы урынға ике айға ултыртып ҡуябыҙ. Артабан һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото: Гөлфиә Мөхәмәтдинова сәхифәһенән.