

Йәйге осор – үҫемлектәрҙең ҡотороп сәскә атҡан осоро. Матурлыҡ, йәшеллек менән бергә улар аллергия сирҙәрен дә алып килә. Мәҫәлән, беҙ яратҡан ҡайын ағасы – иң көслө аллерген. Аллерголог-иммунолог Гүзәл Нуретдинова әйтеүенсә, аллергия ринит, конъюнктивит, хатта бронхит сирҙәрен тыуҙыра. Айырыуса елле, ҡоро, йылы көндәрҙә һауала үҫемлек һеркәләре күбәйә, тимәк, аллергия ла көсәйә. Киреһенсә, һалҡын, дымлы көндәрҙә улар аҙыраҡ һәм ауырыуҙар үҙҙәрен яҡшыраҡ тоя. Шуға күрә йәйге миҙгелгә алдан әҙерләнергә кәрәк, тип иҫәпләй табип. Июлдә, мәҫәлән, аллергенлы әрем, алабута, кесерткән, арыш сәскә ата. Көньяҡ төбәктәрҙә айҙың икенсе яртыһында амброзия сәскә ата башлай. Ул – иң көслө аллергендарҙың береһе. Ҡоро елле көндә үҫемлек һеркәләре алыҫ араларға еңел тарала, һөҙөмтәлә аллергия башланыу ихтималлығы арта. Башҡа климат зонаһына ваҡытлыса күсеү мөмкинлеге булмағанда, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим, тип иҫкәртә табиптар. Тәбиғәт ҡосағына, урман, дача, пикниктарға сығыуҙан тыйылып тороу, өйҙә һауаны таҙартыу системаһын булдырыу, тәҙрәләргә махсус селтәр элеү аллергиянан һаҡлаясаҡ. Урамдан инеү менән бит-күҙҙәрҙе, танауҙы физиологик иретмә менән йыуыу, кейемдәрҙе алыштырыу кәңәш ителә. Үҙегеҙҙә аллергия булыуын һиҙһәгеҙ, мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ. Аллерголог-иммунолог тикшереү үткәргәс, реакция тыуҙырыусы аллергендарҙы асыҡлап, тейешле препараттарҙы билдәләр һәм артабан көнкүреште ойоштороу буйынса тәҡдимдәре менән уртаҡлашыр.
Тере организмдың айырым матдәгә йәки аллергендарға ныҡ һиҙгерлек торошо аллергия тип атала. Аллергия лайлалы тиресәнең, көслө ҡуҙғыуы, тиренең сабыртмалар менән ҡапланыуы, дөйөм хәлһеҙлек һәм башҡа билдәләр менән барыуы мөмкин. Бөтә донъяла аллергия сирҙәренең тотороҡло үҫеше күҙәтелә. Халыҡтың 30-40 процентында бер йәки бер нисә аллергия сирен асыҡлайҙар.
Аллергия сирҙәренә быума йүтәл, ринит, анафилаксия, дарыу һәм аҙыҡ аллергияһы, бөжәктәр ағыуына аллергия, экзема, кесерткән биҙгәге ҡарай. Аллергия башланыуы нигеҙҙә кешенең дөйөм сәләмәтлек торошо менән бәйләнмәгән. Теләһә ниндәй матдә теләгән ваҡытта аллергия башланыуына сәбәпсе була ала.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһынан күренеүенсә, бөтә донъяла аллергиялы риниттан йөҙәр миллион кеше яфалана, ә быума йүтәлдән – 300 миллион кеше. Был сирҙәр пациенттарҙың ғына түгел, ә уларҙың ғаилә ағзаларының да тормош сифатына һәм йәмғиәттең социаль-иҡтисади именлегенә насар йоғонто яһай.
Фото: “Башинформ”.