

Донъяны күҙҙәр аша асабыҙ
Беҙ күҙҙәр аша донъяны танып беләбеҙ, организмдағы ошо бәләкәй генә, диаметры яҡынса 2,5 сантиметр, ауырлығы ни бары һигеҙ грамм тәшкил иткән ағза ярҙамында тирә-яҡ мөхит тураһында мәғлүмәттең 80 процентын алабыҙ. Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, уларҙа кешенең һәләте, рухы, зирәклеге, холҡо, темпераменты, сәләмәтлеге лә сағыла. Күҙ мускулдары ғәжәп етеҙ булыуы менән хайран итә, күҙҙәрҙе минутына егерме тапҡыр йомғолайбыҙ, ә көнөнә – 14 280 тапҡыр тигән һүҙ. ”Күҙ асып йомғансы”, “күҙгә аҡ-ҡара күренмәү”, “күҙ алдына баҫыу”, ”күҙ атыу”, “күҙ ҙә астырмау”, ”күҙ буяу”, “күҙе дүрт булды” кеүек бик күп фразеологизмдар халыҡ һөйләшендә юҡҡа ҡулланылмайҙыр. Бары тик күҙҙәр ярҙамында ғына тирә-яҡтағы предметтарҙы, йәнле һәм йәнһеҙ есемдәрҙең хәрәкәтен, графика һәм төҫ билдәләрен айырабыҙ. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өсөн дә яҡшы күреүҙең мөһимлеге бәхәсһеҙ.
Быйыл республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау тармағында ғына түгел, ә Рәсәй, хатта сит илдәр кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиғаға шаһитбыҙ. Өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәр, үҙенсәлекле асыштар, фиҙакәр хеҙмәт, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә, инновациялар, пациенттары тураһында оло хәстәрлек менән таң ҡалдырған Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты үҙенең 100 йыллыҡ мөһабәт юбилейын билдәләй.
Тарих өсөн әллә ни ҙур булмаған осорҙа офтальмология фәне ырамлы аҙымдар менән үҫешеп, донъяла үҙен танытты, тип әйтергә мөмкин. Ошо ҡатмарлы дәүерҙә ғалимдәр, тикшеренеүселәр һәм офтальмологтарҙың бер нисә быуыны тырышлығы менән Рәсәй Федерацияһының тотороҡло репутациялы төп офтальмология үҙәге булдырылды. 1926 йылдың 31 декабрендә БАССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Башҡортостан ғилми-тикшеренеү трахоматоз институты асыла. Институт директоры итеп профессор Виктор Петрович Одинцов тәғәйенләнә. Күптәрҙе һуҡырлыҡҡа юлыҡтырған мәкерле сир менән көрәш институттың үҫеш юлында төп йүнәлеш була, республикала дүрт миллионға яҡын кеше тикшерелә һәм ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәһендә трахома еңелә. Офтальмология фәненең аяҡҡа баҫыу тарихы Башҡортостанда шулай башлана.
16 ил – бер маҡсат
“Көнсығыш– Көнбайыш” халыҡ-ара офтальмология конференцияһына ярашлы, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы ултырышты рәсми сара тип кенә атап булмайҙыр, тиҫтәләгән йылдар буйына даими үҫешә барып, хәҙер бөтә ил буйынса пациенттарға ярҙам күрһәтеү стандарттарын тәҡдим иткән офтальмология мәктәбенең тере тарихы булараҡ күҙалланды ул. 16 илдән килгән ҡунаҡтар институттың халыҡ-ара юғары статусын билдәләп, юбилейҙың донъя офтальмология берлеге өсөн мөһимлеген иҫбатланы.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев, Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйенов, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшереү институты директоры Мөхәррәм Бикбов ҡатнашты. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларының танылған офтальмологтары, федераль ғилми-тикшеренеү институттары һәм офтальмология клиникалары белгестәре һәм етәкселәре, Рәсәй университеттарының күҙ ауырыуҙары кафедралары мөдирҙәре ҡунаҡтар сафын тулыландырҙы. Тантаналы ултырыштың почетлы ҡунаҡтары иҫәбендә – Әзербайжан, Беларус, Германия, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Нидерланд, Мексика, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Оман, Төньяҡ Кипр, Тажикстан, Тунис, Төркиә, Үзбәкстан һәм Франция вәкилдәре.
Тантаналы ултырыштың иң күңелле өлөшө, әлбиттә, институт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырыу булды. “Торатау” конгресс-холында көнө буйына медицина техникаһы һәм материалдар күргәҙмәһе эшләне, компаниялар вәкилдәре ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап бирҙе. Ә бер быуатлыҡ ғүмер кисергән институтҡа арналған китаптар, ғилми хеҙмәттәр, уның данлы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр тураһында иҫтәлектәр ошо дәүер эсендәге мөһим ваҡиғаларҙы, ҡаршылыҡтарҙы, уңыштарҙы, асыштарҙы өр-яңы күҙлектән баһаларға мөмкинлек бирә. Хатта институт китапханаһында ул ваҡытта киң таралған күҙ ауырыуҙары тураһында 1839 йылда баҫылған китап та ҡәҙерләп һаҡланған.
Үткәнгә хөрмәт менән
Конференция донъя ғалимдарын һәм табиптарын бер маҡсат менән бер усҡа йыйған мөһим сараға әүерелде: тәжрибә уртаҡлаштылар, перспективалы йүнәлештәр билдәләнде, профессиональ бәйләнештәр нығытылды. Дөйөм маҡсат – һәр кемдең яҡты донъяны күҙҙәр ярҙамында таныуы өсөн хеҙмәт итеүгә географик сиктәр ҙә, санкциялар ҙа ҡамасау түгел. Танылған офтальмология лидерҙарының сығыштары, “Тере хирургия” практикаһы, үҙенсәлекле тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, күҙҙең селтәрле шекәрәһе патологияһының хирургик һәм лазер аспекттары, глаукоманы дауалауҙа яңы ҡараш, офтальмопатологияларҙы консерватив һәм интегратив дауалау кеүек сессиялар, “Йәш офтальмологтар лигаһы” менән танышыу мауыҡтырғыс та, файҙалы ла булды.
Йыл һайын Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән дә 40 меңгә яҡын пациентты ҡабул итә. 2024 йылда асылған интегратив офтальмология бүлегенең институт өсөн өр-яңы ынтылышлы аҙым булыуын да билдәләргә кәрәк, хәҙер белгестәр күҙҙәрҙе генә түгел, уның менән бәйле сирҙәрҙе лә тикшерә.
Күпме генә ҡаҙаныштарға өлгәшелмәһен, хеҙмәттәштәр институттың тәүге ташын һалған, уны кадрҙар әҙерләү һәм бөтә республикала офтальмология ярҙамы күрһәтеү үҙәгенә әүерелдергән тәүге директор Виктор Одинцовтың хеҙмәтен онотмай. Профессор тармаҡтың техник нигеҙен генә түгел, ә фәнни нигеҙен дә һала, “Русский офтальмологический журнал” мөхәррире, дәреслектәр авторы, сит ил хеҙмәттәрен тәржемәләүсе булараҡ, профессиональ берләшмә булдыра һәм Өфөгә белгестәрҙе йәлеп итә. Ул – Башҡортостан офтальмологияһына һулыш биргән шәхес, исеме учреждение тарихына мәңгелеккә яҙылған. Виктор Одинцовтың ғилми китаптары институт китапханаһының нигеҙен тәшкил итә. Рәсәй, немец, француз авторҙарының күҙ ауырыуҙары буйынса китаптар коллекцияһы конференцияла ҡатнашыусыларҙа ла ихлас ҡыҙыҡһыныу уятты.
Оло юбилейҙы билдәләгән көндәрҙә институттың тәүге директоры хөрмәтенә мемориаль таҡта асылыуы ла танылған шәхескә хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе ул. Офтальмологияла айырыуса мөһим ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн профессор В. Одинцов исемендәге миҙал булдырыу ҙа Рәсәй өсөн үҙенсәлекле ваҡиға. “Көнсығыш– Көнбайыш” халыҡ-ара конференцияһында был наградаға лайыҡ булғандар, моғайын, ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер.
Институтта ҡатмарлы ла, үҙенсәлекле лә әмәлиәттәр яһалыуы менән пациенттарҙы таң ҡалдырыуы ауыр. Шулай ҙа яңыраҡ бында 100 йәшлек пациентҡа операция яһалыу осрағын ғәҙәти хәл тип әйтеп булмай. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының сәләмәтлеген тикшергәндән һуң катарактаға операция яһарға тәүәкәлләйҙәр. Операция уңышлы үтә һәм ветерандың да институт менән бергә бер быуатлыҡ юбилейҙы ҡаршы алыуы тәрән мәғәнәгә эйә.
Жанна Миронова фотоһы.