Мөжәүир хәҙрәттең был ысулы бөтә сирҙе һурып ала

Уны беҙгә Лира апай Яҡшыбаева өйрәтте. “80-гә етеп барһам да, йүгереп кенә йөрөйөм. Сере - уҫаҡта”, ти ул. Дауаланыу көнө иртәгә - 15 июндә!

Мөжәүир хәҙрәттең был ысулы бөтә сирҙе һурып алаМөжәүир хәҙрәттең был ысулы бөтә сирҙе һурып ала
Мөжәүир хәҙрәттең был ысулы бөтә сирҙе һурып ала

Редакциябыҙҙа йыш ҡына була Лира апай Яҡшыбаева. Яҙыусы, уҡытыусы апайҙың йәше 80-гә етһә лә, коридор буйлап йәш ҡыҙҙар кеүек етеҙ һәм туп-тура үтә ул. Әле иһә сере менән уртаҡлашты.

“Мөжәүир хәҙрәт тураһында өйрәнә, китап яҙа башлағас, уның ошо быуындар һәм ғөмүмән бөтә сирҙәрҙе дауалау ысулы тураһында белдем. 15 июнь көндө урманға барып уҫаҡ ағасы япраҡтарын йыйырға кәрәк. Күп булһын, ҙур тоҡто тултырғансы йыйығыҙ. Аҙаҡ уны өйгә алып ҡайтҡас, юрған менән ҡаплап, өс көнгә һалып ҡуйығыҙ. Йылы урында ятһын, был саҡта япраҡ ферментация процесы аша үтә. Өс көндән һуң кис карауатҡа полиэтилен йәйегеҙ (япраҡ һут бүлеп сығара һәм һыулы була) һәм өҫтөнә теге япраҡтарҙы һалығыҙ. Шуның өҫтөнә ятырға һәм япраҡ менән тулыһынса төрөнөргә кәрәк, башы ғына ҡалһын. Йәнә полиэтилен ҡапларға һәм йылы юрғанға төрөнөп йоҡларға ятырға. Мотлаҡ төн сығырға кәрәк. Иртән иһә, тороу менән душҡа барып ныҡлы йыуынырға. Тәндән сыҡҡан тир кире һеңергә тейеш түгел. Һәм бөтә сирҙәр юҡҡа сығасаҡ.

Мин ошо ысул менән бер нисә тапҡыр дауаландым. Һәм хәҙер төп-төҙ йөрөйөм, аяҡ-ҡулдар, быуындар һыҙламай. Йәш саҡта аяҡ-ҡулдарҙы туңдырған булды, һыҙлай ине, 45 йәштә, уҡытыусы булып эшләгән ваҡытта ҡулымды күтәреп таҡтаға яҙыуы ауыр ине, әле, 80 йәштә бер ерем дә ауыртмай.

Мөжәүир хәҙрәт “Уҫаҡ ағасы күккә ҡарап, япраҡтарын һелкетеп Аллаһы Тәғәләгә тәсбих әйтеп ултыра. Кешеләр өсөн иң файҙалы ағас”, тип әйткән. Уҫаҡ, ысынлап та, шул тиклем әрһеҙ. Йәнлектәр уның ҡайырыһын кимереп һауыға. Ҡайырыһы ла бик файҙалы. Дарыуханала һатыла. Ул эске органдарға файҙалы. Ҡайырыһын әле түгел, ҡыш, декабрь айында йыялар.

Урам буйында сатан, аҡһаҡ кешеләр күп, айырыуса өлкәндәр. Ошо ысулды белһәләр, һыҙланмай тура йөрөрҙәр ине. Шуға халыҡ белһен тим”, – тип һөйләне Лира апай.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас