Гаджеттар уңайлыҡ ҡына түгел...

Әгәр бала “электрон уйынсыҡ” менән күп ваҡытын бергә үткәрһә, тәү сиратта уның нервы-психик системаһына зыян килә. Яйлап фантазия, уй һәләте ярлылана, иғтибары кәмей, насар йоҡлай башлай. Белгестәр гаджеттарға бәйлелек тыумаһын өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тәҡдим итә.

Гаджеттар уңайлыҡ ҡына түгел...Гаджеттар уңайлыҡ ҡына түгел...
Гаджеттар уңайлыҡ ҡына түгел...

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, гаджеттарҙан бәйлелекте иҫкәртеү аҙнаһы иғлан итте.

Смартфондар, планшеттар һәм башҡа гаджеттар - көндәлек тормоштоң бер өлөшө, улар уҡыуҙа, эштә, аралашыуҙа һәм ял итеүҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы.
Шулай ҙа уларҙы самаһыҙ ҡулланыу сәләмәтлек һәм именлек өсөн зарар килтереүе  ихтимал. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, гаджеттарҙы файҙаланыуҙың хәүефләнеүҙе арттырыуы, депрессияға, йоҡоһоҙлоҡҡа  юлыҡтырыуы, стресс кимәлен күтәреүе, хәрәкәтләнеүҙе кәметеүе мөмкин. Белгестәр гаджеттарға бәйлелек тыумаһын өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тәҡдим итә. Йортоғоҙҙа телефон, планшеттарҙан азат “ирекле зона” булыуы мөһим. Кәрәкмәгән хәбәр-белдереүҙәрҙе һүндерегеҙ, күберәк хәрәкәтләнегеҙ, әүҙем тормош менән йәшәгеҙ, йәнле аралашыуҙарға өҫтөнлөк бирегеҙ, экрандар алдында ял итеү өсөн аныҡ ваҡыт билдәләгеҙ. Гаджеттарҙы самаһыҙ файҙаланыу балалар өсөн ҙур зыян килтереүе ихтимал. Бында күҙ күреүсәнлеге насарланыуы йәки умыртҡа бағанаһында проблемалар барлыҡҡа килеүе беренсе урында тормай. Әгәр бала “электрон уйынсыҡ” менән күп ваҡытын бергә үткәрһә, тәү сиратта уның нервы-психик системаһына зыян килә. Яйлап фантазия, уй һәләте ярлылана, иғтибары кәмей, насар йоҡлай башлай.

Иң ҙур хәүефтәрҙең береһе – гаджеттарға бәйлелек тыуыуы. Баланың башҡа шөғөлдәргә, тирә-яҡтағылар менән аралашыуға ҡыҙыҡһыныуы кәмей, ата-әсәләрҙең тыйыуына ҡаршылаша, үҙен тотошо хәүефлерәк була бара. Әлбиттә, заманса техниканың өҫтөнлөктәре етерлек. Компьютерҙа эшләү, күнекмәләр алыу киләсәктә  профессия үҙләштереүгә, һәләттәрен асыуға ярҙам итеүе ихтимал. Бәйлелек йыш ҡына балаға тейешле иғтибар етешмәгәндә барлыҡҡа килә. Өйҙә даими тәнҡит,  ығы-зығы, әрләш булғанда бала үҙ эсенә йомола. Йәнле аралашыуҙы яңы “текә” ҡорамалдар менән алыштырырға ярамай. Гаджеттарға иң ҡәҙерле нәмәне – балалар тәрбиәләүҙе ышанып тапшырмағыҙ, ти белгестәр.

Фото: “Бәйләнештә”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас