

Бал ике-өс йыл эсендә кристаллаша, ҡата башлай. Балда ябай шәкәрҙәр концентрацияһы юғары булыу сәбәпле, ул һыуытҡыста тиҙерәк кристаллаша. Һөҙөмтәлә ҡата, аҡһыл төҫкә инә, элеккесә аппетит тыуҙырмай. Был уның сифатына йоғонто яһамай, бары структураһы боҙола. Элекке хәленә ҡайтарыу өсөн уны йылы һыу һалынған һауытҡа ултыртып, еңелсә генә йылытығыҙ. Тик температура 40 градустан да артмаһын, ныҡ йылытҡанда балдың файҙалы үҙенсәлектәре юғала.
Ғөмүмән, балды оҙаҡ һаҡлап була, сөнки составында һыуҙың бик аҙ булыуы һәм микробтарға ҡаршы тороусанлығы ярҙам итә. Герметик банкаға һалып, кухнялағы ҡараңғы мөйөшкә ултыртһағыҙ, ғәмәлдә иҫкермәйәсәк, уны “үлемһеҙ” аҙыҡ тип иҫәпләргә мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.