

Медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне. Беҙ йыл һайын Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн үҙебеҙҙең шәхси байрамыбыҙ һымаҡ ҡаршы алабыҙ, аҡ халатлыларҙың һөйөнөстәрен ихлас уртаҡлашабыҙ, лайыҡлы наградалары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Тынғыһыҙ хеҙмәттәре, миһырбанлы мөнәсәбәттәре менән һәр кемдең күңеленә яҡын, кешелек өсөн үтә мөһим һөнәр эйәләренә рәхмәтебеҙ ҙә, ихтирамыбыҙ ҙа ҙур.
Йәмле июнь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнеүсе һөнәри байрамдарын табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, ашығыс ярҙам, лаборатория хеҙмәткәрҙәре, фармацевтар, санитарҙар, медицина вуздары уҡытыусылары, студенттар йәғни хеҙмәттәре кешеләрҙең сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлауға бәйле һөнәр эйәләре көтөп ала. Был көн ысын мәғәнәһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт һәм ихтирам билдәһенә әүерелде.
Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хеҙмәттәштәрен байрам менән ҡотлап, уларға һаулыҡ, яңы уңыштар теләне һәм тармаҡтағы ыңғай үҙгәрештәрҙә уларҙың ролен дә билдәләне. Ысынлап та, һуңғы йылдар эсендә һөйөнөслө яңылыҡтар етерлек булды. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, ышаныслы үҫеш аҙымдарын баһаламау мөмкин түгел. Мәҫәлән, 2026 йылдың тәүге дүрт айында сабыйҙар үлеменең тарихи минимумға – 2,3 промиллегә төшөүе, уртаса ғүмер оҙайлығының артыуы ҙур өмөт тыуҙыра. Былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса Республика балалар клиник дауаханаһының Рәсәйҙә педиатрия профилендәге медицина ойошмалары араһында иң яҡшыһы тип табылыуы юҡҡа түгел. Был уңыштар артында йөҙәрләгән профессионалдарҙың ныҡышмалы хеҙмәте, ойоштороу һәләте торғанын яҡшы аңлайбыҙ.
Республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2019 йылда эш башлаған “Сәләмәтлек поездары” алты йыл эсендә бөтә биләмәләрҙе үтеп, ауыл халҡының 75 процентына тәүге медицина ярҙамы күрһәтте. Ыңғай тәжрибә бөгөн илебеҙҙең башҡа төбәктәренә таратыла. Ниндәй генә ҡатмарлы шарттарҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, кешеләр тормоштоң яҡшы яҡтарын күрә, эштәрҙе баһалай белә.
Бөгөн республика халҡы ҡатмарлы дауалау төрҙәрен төбәктән ситкә сыҡмайынса ла алыу мөмкинлегенә эйә. Юғары технологиялы операциялар республиканың төп медицина учреждениеларында башҡарыла. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында һәм Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһында лаборатор тикшеренеүҙәр өсөн пробиркаларҙы анализаторҙарға урынлаштырыуҙың автоматлаштырылған системаһы индерелеүе эштең һөҙөмтәлеген арттырыуҙа өр-яңы аҙым булды. Был – Волга буйы федераль округы төбәктәрендә берҙән-бер шундай алдынғы система.
2025 йылда ғына Башҡортостанда 134 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы урынлаштырылды, медицина учреждениеларына биш меңгә яҡын медицина ҡорамалы, 99 автомобиль алынды. Шулай ҙа иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ һәм ышанысыбыҙ – тармаҡта эшләүсе 50 меңдән ашыу белгес. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантана күңелле мәлдәргә, ихлас теләктәргә һәм ҡотлауҙарға бай булды. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәзиф улы 61 хеҙмәт алдынғыһына, мул тәжрибәле һәм фиҙакәр һөнәр эйәләренә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың юғары наградаларын тапшырҙы.
Бөрйән үҙәк район дауаханаһында 48 йыл буйы хеҙмәт иткән, районда берҙән-бер офтальмология белгесе Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Ҡаһарманованы ысын күңелдән беҙ ҙә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелеүе менән ҡотланыҡ.
– Быға тиклем дә хеҙмәтемде күрҙеләр, тырышлығымды баһаланылар. Бер йәштән алып йөҙ йәшкә тиклемге яҡташтарымдың һаулығы өсөн ҙур яуаплылыҡ тоям. Районда башҡа аралашырлыҡ, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ күҙ белгестәре булмағас, конференцияларҙа булырға, яңылыҡтарҙы өйрәнергә, уҡырға тырышам.
Быйыл республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау тармағында ғына түгел, ә Рәсәй, хатта сит илдәр кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә “Көнсығыш– Көнбайыш” форумында булып, ҡанатланып, дәртләнеп, яҡшыраҡ эшләргә тип, тыуған Бөрйәнемә ҡайттым. Өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәр, үҙенсәлекле асыштар, фиҙакәр хеҙмәт, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә, инновациялар, пациенттары тураһында оло хәстәрлек менән таң ҡалдырған Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының үҙенең 100 йыллыҡ мөһабәт юбилейын билдәләүе, тарих өсөн әллә ни ҙур булмаған осорҙа офтальмология фәненең ырамлы аҙымдар менән үҫешеп, донъяла үҙен танытыуы менән сикһеҙ ғорурланам. Районыбыҙҙа балалар офтальмологы булһа, ҡалай шәп булыр ине, тигән хыялым да бар.
Ошондай уҡ юғары исемгә лайыҡ табип-хирург Илшат Әхмәтшиндың хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу. Бөгөн Кушнаренко үҙәк район дауаханаһында хирургия бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡара.
– Һуңғы осорҙа район дауаханаһына байтаҡ заманса ҡорамалдар алынды. Хәҙер беҙ яңы юғары технологиялы операцияларҙы ла башҡара алабыҙ. Былтыр районда өр-яңы поликлиника асылыуы барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға булды. Йәш кадрҙарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ. Әле ике ординаторҙы хирургияның нескәлектәренә өйрәтәбеҙ, – тине Илшат Рәхик улы.
Медицина өлкәһендә 45 йыл эшләгән, 35 йыл педиатрия бүлексәһенә етәкселек иткән Әҡлимә Зәкәри ҡыҙы Ғайсина өсөн дә бөгөн шатлыҡлы көн, уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелде. “Хәҙер эшләүе күңеллерәк тә, ҡыҙыҡлыраҡ та, сөнки Туймазы үҙәк район дауаханаһы һуңғы йылдарҙа бик күп яңы ҡорамалдарға байыны, элек булмаған диагностика ҡорамалдары, ультратауыш аппараттары, компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы алынды. Мин балалар менән эшләргә яратам, пациенттарым – биш йәштән алып 18 йәшкә тиклем. Маҡтаулы исем бирелеүенә һөйөндөм, әлбиттә, тағы ла яуаплыраҡ булырға, тырышыбыраҡ эшләргә тура киләсәк”, – ти тәжрибәле табип.
Наградланыусылар араһында 43 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған Әнүәр Хажиев та бар. Ул бөгөн Ишембай үҙәк район дауаханаһында балалар хирургы булып эшләй. “Хәҙер эшләүе күпкә еңелерәк. Дауаханабыҙҙа иҫке ҡорамалдар замансаларына алмаштырыла. Яңы баш табип Ринат Ғилметдинов үҙе менән бергә коллектив эшмәкәрлегенә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр алып килде. Хирургияға яңы юғары технологиялы ысулдар индерелеүе бик ваҡытлы һәм һөйөнөслө ваҡиға”, – тине танышыбыҙ ҡәнәғәтлек менән.
Өфө ҡалаһының 2-се балалар поликлиникаһында 27 йыл хеҙмәт иткән Гөлнара Ғүмәрова ла ошо уҡ маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. “Беҙҙең эш шарттары бик уңайлы хәҙер, милли проекттар буйынса байтаҡ заманса ҡорамалдар алынды. Тимәк, яҡшыраҡ эшләү өсөн өр-яңы мөмкинлектәр асыла, пациенттар ҙа яңылыҡтарҙы тоя һәм баһалай”, – тине Гөлнара Хәниф ҡыҙы.
Ысынлап та, донъялағы ошо иң мәрхәмәтле, кешелекле һөнәр эйәләренә ихтирам күрһәтеү, уларға тейешле эш шарттары булдырыу, клиникаларҙы заманса технологиялар менән йыһазландырыу менән бергә беҙҙең дә тормошобоҙ йәмлерәк, ылыҡтырғысыраҡ була барасаҡ. Байрамығыҙ ҡотло булһын, хеҙмәтегеҙ ҡыуаныс килтерһен, аҡ халатлылар!
Резеда Шәңгәрәева фотолары.