+21 °С
Болотло


20 минутта тәмле хачапури. Ул табала бешерелә.
Бер йомортҡаға бер семтем тоҙ, бер сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) һалып болғатабыҙ, бер стакан йылы һөт ҡоябыҙ. Он һалып тағы болғатабыҙ.
Ҡырғыс аша сыр (булһа брынза өҫтәйбеҙ).
Яҡшылап болғатып, майлы табаға һалабыҙ.
Ике яҡлап ун минут ҡыҙҙырабыҙ.
Бик тәмле һәм туҡлыҡлы хачапури килеп сыға.
Сығанаҡ һәм фото: "Башдонъя" төркөмөнән.