

Йәйгеһен шешенеү осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәй. Был организмдың температура, режим, туҡланыу һәм көсөргәнеш артыуына реакцияһы. Эҫе көндә әҙерәк шешенеү ҡурҡыныс түгел, әммә был хәл даими була башлаһа, һеҙҙе тынысһыҙлаһа, тынығыҙ ҡурылһа, тимәк, организмығыҙ көсөргәнеш тураһында хәбәр итә.
Һауа температураһы күтәрелгәндә ҡан тамырҙары киңәйә, шулай итеп организм һыуынырға тырыша. Тәндәге шыйыҡлыҡ туҡымаларға еңел тарала һәм шунда тупланып ҡала. Был бигерәк тә аяҡ, ҡул һәм биттә йыш күҙәтелә.
Нимә эшләргә була?
- етерлек һыу эсергә
- аҙыҡты аҙыраҡ тоҙларға
- майлы, тоҙло аҙыҡтарҙы сикләргә
- күберәк хәрәкәт итергә
- сәйәхәт һәм эш ваҡытында тәнәфес яһарға
- алкоголде артыҡ ҡулланмаҫҡа
Эҫелә күп йөрөмәҫкә. Артыҡ ашаһаң, аллергия булһа, аҡыуланһаң, организмға көсөргәнеште кәметеү өсөн сорбент препараттары ҡабул итергә була.
Автор фотоһы.