

Йоҡоһоҙлоҡ - ул төнгө йоҡо боҙолоуы түгел, ә мейенең тәүлек буйы эшләүе һөҙөмтәһе. Шуға күрә йоҡларға ваҡыт еткәс, «һүнә алмай». Һәм уға ярҙам итер кәрәк.
Көндәлек эштәрҙе башҡарғанда яҡтыртыуға иғтибар итегеҙ. Яҡтылыҡ өсөн ҡулай шарттар булдырығыҙ. Етерлек күләмдә ҡояш яҡтыһы йәки яһалма яҡтылыҡ йоҡо-уяныу циклына йоғонто яһаусы ритмдарҙы һаҡлай.
Физик күнекмәләрҙе йоҡлар алдынан 4 сәғәт алдан тамамлап, нервы системаһының ҡуҙғыусанлығын кәметегеҙ.
Йоҡлар алдынан эшмәкәрлекте дәртләндереүсе аминокислоталы аҙыҡ-түлек: соя, йомортҡа, ыҫланған ит, шоколад ашамағыҙ. Кискеһен составында мелатонин (йоҡо гормоны) булған банан, помидор, һөт ризыҡтары, дөгө, шулай уҡ күркә, тауыҡ иттәре, ҡуҙаҡлы культуралар ашарға ярай.
Һәр хәлдә, киске ашҡа нимә булһа ла, уны йоҡларға 3-4 сәғәт ҡалғас тамамлау яҡшыраҡ. Ә сәйҙе, ҡәһүәне йәки алкоголде ромашка сәйенә алмаштырығыҙ.
Йоҡо бүлмәһендә йоҡларға ятҡанға тиклем кәмендә 30 минут алдан уңайлы шарттар булдырыу тураһында хәстәрлек күрегеҙ:
* телефон-планшет-ноутбуктарҙы һүндерегеҙ;
* бүлмәне елләтегеҙ һәм төнгө ял өсөн ҡулай температура булдырығыҙ, һуңғы тикшеренеүҙәр буйынса ул 18-20 °C-тан юғары булмаҫҡа тейеш;
* тәҙрәләрҙе ябығыҙ һәм утты һүндерегеҙ, шулай итеп, мейегә «йоҡларға» команда бирегеҙ.
Автор фотоһы.