

Дауахана койкаһы менән лаборатория өҫтәле араһында айырма заман медицинаһы проблемаларының береһе булып ҡала. Башҡортостан дәүләт медицина университетында хәлде үҙгәртергә тейешле яңы проект индерергә ҡарар иттеләр.
“Фәнни ординатура” университет базаһында 2024 йылдан алып эшләй. Идея ябай: йәш доктор ординатор бүлмәһендә генә ултырмай, ә тикшереүҙәр менән дә шөғөлләнә – гипотезанан экспериментҡа, пробирканан пациентҡа тиклем. Клиника тәжрибәһе фәнни мәсьәләгә әүерелә, һөҙөмтә шунда уҡ практикала тикшерелә. Был проект менән Хайдельберг университеты эксперты Юлия Кжышковска етәкселек итә.
Яңыраҡ Өфө кампусында тәүге “фәнни ординаторҙарҙы” аттестациялау үткәрелде. Жюри дәреслектәрҙәге белемдән тыш, яҙмаларҙың һәм эксперимент мәғлүмәттәре булыуын да баһаланы. Баһалар ҡәтғи яңғыраһа ла, эшлекле, файҙалы булды. Һәр проектты үҫтереү нөктәһе табылды, уҡыу аҙағына ординаторҙың уны кандидатлыҡ диссертацияһы яҙыу өсөн ҡулланыу ихтимал. Уңышлы яҡлағандарға аспирантураға юл асыҡ, быйыл 15 бюджет һәм 20 коммерция урыны ҡаралған.
Буласаҡ ревматолог Фидан Вәкилов йыл һайын йәшәрә барған остеоартрит ауырыуын өйрәнә. Уның өсөн фәнни ординатура башҡарыусы ғына булыуҙан тыш, яңы ҡараштарҙы, идеяларҙы ижад итеү өсөн мөмкинлек тә.
Шамил Зөлҡәрнәйев – терапевт, ул донъяла үлем осраҡтары буйынса өсөнсө урында торған үпкәнең хроник обструктив сире проблемаһын өйрәнә. Уның командаһы иртә стадияла биомаркер булыуы мөмкин булған бер нисә генды тапҡан. Программаның уңышы асыҡ, шуға күрә етәкселек эште артабан дауам итергә уйлай. Профессор әйтеүенсә, хәҙер “фәнни ординаторҙар” “Приоритет-2030” программаһы буйынса университеттың бөтә лаборатор кластерҙарына инә аласаҡ. Һәр йәш тикшеренеүсе теләгән бер фән йүнәлешенән остазды һайлау мөмкинлегенә эйә. Һөҙөмтәлә барыһы ла отасаҡ: клиника яңы сиселештәр ала, фән –йәнле практика, ә пациенттарҙың һауығыуға өмөтө арта.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан.